Даирә
+24 °С
Ямғыр
Көнүҙәк
3 Ноябрь 2022, 05:47

Элеккеһе яҡшымы, хәҙергеһеме?..

Заман башҡа, заң башҡа тигәндәй, ваҡыт үткән һайын тормошобоҙҙа, йәшәйешебеҙҙә күп кенә үҙгәрештәр барлыҡҡа килә. Боронғо йолаларыбыҙ онотолоп, уның урындарына яңылары урын ала. Ҡасандыр гөрләтеп, өсәр көнләп, уға тиклем хатта аҙналап та үткән туй мәжлестәрен хәтерләргә генә ҡала беҙгә. Бындай рәүешле үткән никах туйҙары тарихта ғына ҡалды.

Элеккеһе яҡшымы, хәҙергеһеме?..Элеккеһе яҡшымы, хәҙергеһеме?..
Элеккеһе яҡшымы, хәҙергеһеме?..

Элеккеһе яҡшымы, хәҙергеһеме?..

Заман башҡа, заң башҡа тигәндәй, ваҡыт үткән һайын тормошобоҙҙа, йәшәйешебеҙҙә күп кенә үҙгәрештәр барлыҡҡа килә. Боронғо йолаларыбыҙ онотолоп, уның урындарына яңылары урын ала. Ҡасандыр гөрләтеп, өсәр көнләп, уға тиклем хатта аҙналап та үткән туй мәжлестәрен хәтерләргә генә ҡала беҙгә. Бындай рәүешле үткән никах туйҙары тарихта ғына ҡалды.

Эйе, үҙегеҙ ҙә күреп белеп тораһығыҙ, ғүмер байрамдары, тыуған көндәр, юбилейҙар, никах туйҙарының барыһы ла тиерлек хәҙер заманса юҫыҡта башҡарыла. Һәр бер ата-әсә башҡаларҙан ҡалышмаҫҡа тырышып, бар көсөн һалып, балаларының туйҙарын заман талаптарына ярашлы итеп үткәрергә тырыша. Ә уның өсөн бик күп сығым талап ителеүе лә сер түгел. Ата-әсәһе иңенә ауырлыҡ һалмай ғына, үҙ көстәренә һәм үҙ аҡсаларына үҙҙәренең тәүге ғаилә байрамдарын үткәргән йәштәрҙең дә бихисап булыуы ҡыуаныслы.

Әлеге көндә оло юбилейҙарҙы, туй һәм башҡа шуның кеүек күңел асыу сараларын кафе-ресторандарҙа уҙғарыу модаға керҙе. Һәм, әлбиттә, мәжлестәр аяҡсыһыҙ, йәғни, заманса телдә әйткәндә, тамадаһыҙ үтмәй. Ҡыҙыҡ, элегерәк ана шул “тамада” тигән кешеһеҙ, ресторан-кафеһыҙ ғүмер байрамдары нисек кенә үтте икән? Ул саҡтарҙа күңеллерәк үттеме икән мәжлестәр, әллә хәҙергеһе ҡыҙығыраҡмы икән? Әллә мәжлестәрҙе элекке кеүек үткәреүҙе кире ҡайтарырға кәрәкме икән? Был һорауҙарға яуапты тик олораҡ йәштәге яҡташтарыбыҙ ғына бирә алалыр моғайын. 

Шуны ла әйтергә кәрәк: бөгөнгө көндә бик күп кенә артистар, билдәле генә кешеләр бик еңел һәм йәһәт кенә заман талаптарына яраҡлашып, ана шул “тамадалар”ға әүерелеп киттеләр һәм бындай ысул менән кеҫәләрен арыу ғына ҡалынайтыуға ирешәләр.

Ҡайҙан килеп сыҡты икән “тамада” һүҙе тигән ҡыҙыҡһыныуымды ҡәнәғәтләндерер өсөн һүҙлеккә күҙ һалдым. Был һүҙҙең сығышы тураһында төрлө мәғлүмәт йөрөй. Иң тәүҙә уны грузин теленән килеп сыҡҡан тиҙәр. Фарсы теленән dāmād – кейәү тигән һүҙҙе аңлата тигән версия ла йәшәп килә.  Шулай уҡ адыгей теленән тхьаматэ – лидер, начальник һүҙҙәренән килеп сыҡҡан тип фаразлайҙар.  

Ярай тамадаһы булды ти. Унан тыш әле тағы музыка өсөн яуаплыһы, йырсы һәм бейеүселәре, фото һәм видеоға төшөрөүсеһе лә кәрәк. Улары ла бик күп кенә сығым талап итә.

Ресторан-кафеларҙа үткән байрамдарҙың бик күп ыңғай һәм шул уҡ ваҡытта бер аҙ кире яҡтары ла барҙыр тип уйлайым. Ыңғай яҡтарын һанап үткәндә: хужабикәләргә ҡунаҡ хәстәрләп йүгереп йөрөргә, ҡунаҡтарға күңелһеҙ булмаһын тип көйәләнергә, аш өлгөртәйем тип берҙә генә хафаланырға кәрәкмәй. Әйҙә, барлыҡ ҡунаҡтар менән бергә рәхәтләнеп күңел асаһың, һыйланаһың. Кире яғы әлеге лә баяғы мәжлесте алып барыусының оҫталығынан торалыр, сөнки  уларҙың да төрлөһө бар. Кемеһелер ҡунаҡтарға һөйләргә лә ирек бирмәй, тик үҙенекен генә тылҡый. Ҡайһылары һыйланыр өсөн ваҡыт бүлергә онота. Ауыҙыңды асып тамаданы тыңлап ултырғансы ҡайһы саҡта ҡайнар аштар һыуынып бөтә. Ошондай заманса мәжлестәрҙә ҡунаҡтар, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар бер-береһе менән ныҡлап танышып та өлгөрә алмай ҡала. Бер үк ҡунаҡта йә туйҙа бергә ҡунаҡ булған кешеләрҙе аҙаҡ урамда күрһәң, танымай үтеп китеүе лә ихтимал. Шулаймы? Минеңсә, бер аҙ ғына ваҡыт бүлеп, һәр ҡунаҡ менән ҡыҫҡаса ғына таныштырып үтеү етмәгән кеүек.

Күп кенә йәштәрҙең эскеһеҙ туйҙар ойоштороуы тураһында әйтеп китке килә . Быныһы инде бигерәк тә күңелгә ятышлы. Хәҙер күптәрҙең, айырыуса йәштәрҙең, айыҡ тормошҡа ынтылыуы, спиртлы эсемлектәр ҡулланмай ҙа рәхәтләнеп күңел асып булыуын аңлауҙары ҡыуаныслы күренеш. Борон замандарҙа мәжлестәр ана шулай ҡымыҙ, буҙа менән генә үткән бит. “Заман туйын эскеһеҙ, мә­ғә­нәле, йөкмәткеле итеп үткә­рәйек — иң мөһиме, йәштәрҙең беренсе көндән үк ныҡлы ғаилә төҙөүенә ҡөҙрәтле ойотҡо (код) һалайыҡ! Иҫерек әйткән теләк — төптө алдаҡ, шайтан ҡотҡоһо бит ул”, – тип яҙа был турала филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева.

Туй, мәжлес тигәс, тағы бер нимә тураһында әйтмәйенсә китеп булмаҫ, ахыры. Ул да булһа, ошондай ғүмер байрамдарында ҡотлау һүҙҙәре әйтеү. Үҙегеҙ ҙә күҙәткәнегеҙ барҙыр: кемдер ыҡ-мыҡ итеп әйтер һүҙен дә әйтә алмай, ә кемдер, киреһенсә, ярты сәғәттән ашыу һөйләй ҙә ҡуя. Шуға күрә был тәңгәлдә лә алтын урталыҡ булырға тейештер, тигән фекерҙәмен, сөнки ҡунаҡтарҙың һәр береһе үҙенең изге һүҙҙәрен әйткеһе килә, ә һәр кеше яртышар сәғәт һөйләһә, былай ҙа иҫәпле генә ваҡыттың үтеп киткәнен дә һиҙмәй ҡалыуың бар. Был турала түбәндәге яҙмала әлеге көндә бик билдәле тамада, йырсы, ҡасандыр радиола алып барыусы булып эшләгән Светлана Насырова үҙ фекерен белдергән (икенсе өлөшө ҡыҫҡартып алынды). Уның фекере менән кемдәрҙер килешмәүе лә бар. Нисә кеше, шунсама фекер булыуы тураһында ла онотмайбыҙ, әлбиттә.

Эйе, нисек кенә булһа ла ошондай күңелле ғаилә байрамдары йышыраҡ үткәрелеп торһон һәм уларҙы үткәреү өсөн тик матур сәбәптәр генә табылып торһон. Иң мөһиме: донъяларыбыҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ, ғаиләләребеҙ имен булһын.

Розалия НАЗАРОВА.

 

МӘЖЛЕС - УЛ КҮҢЕЛ БАЙРАМЫ!
Ҡунаҡтарҙа йыш күҙәтелгән күренеш - халҡыбыҙҙың матур итеп сығыш яһай белмәүе. Шул тиклем ярлы тел, тапалған һүҙҙәр, әҙерлекһеҙ сығыш менән киләбеҙ. "Нимә тип әйтәйем инде? Шул, һаулыҡ теләйем инде. Мин әйтәһе һүҙҙәрҙе әйтеп бөттөләр, башҡаларға ҡушылам". Танышмы?!
Яҡыныбыҙҙың ғүмер байрамына барабыҙ икән, аҙ булһа ла алдан уйлап, фекер төйнәп әҙерләнергә кәрәктер ул?! Открыткаға яҙғанды ла уҡый алмай, ыҡ-мыҡ килеп торабыҙ бит. Ә ҡәҙерле кешебеҙгә әйтер һүҙҙең булмауы мөмкин түгел!
Беҙҙең халыҡ һөйләй белмәй инде ул, уның ҡарауы ярҙамсыл, йомошҡа ихлас, тип тә аҡлаған булам. Ана, ҡәрҙәштәребеҙ йығып һалып маҡтай, бер-береһен ҡеүәтләй, әллә ниндәй итеп күтәрә белә. Табындарҙы йәмләп, матур итеп һөйләйҙәр ҙә, ҡотлауҙар биргәндә лә яҡшылап яҙып ебәрәләр. Уныһы айырым тема.
Ә нишләп беҙ матур итеп бер-беребеҙҙе баһаларға өйрәнмәйбеҙ? Ниңә алдан уйлап, әҙ генә әҙерләнеп килмәйбеҙ? Һәм ни өсөн оҫта һөйләүҙең дә, йылы һүҙҙәр әйтеүҙең дә гел тиҫкәре яғын күрәбеҙ? Матур һөйләп өйрәнһәк насармы ни?! Яғымлы һүҙҙәр өндәшеүҙең нимәһе яман?!
"Кеше алдына сыҡһам, онотам, ҡаушайым", тибеҙ. Әммә алдан бер-ике фекер булһа ла төйнәмәгәнебеҙҙе, нимәгәлер бәйләрлек сәбәп уйламағаныбыҙҙы танымайбыҙ. Ете ят алдына барып баҫмайбыҙ бит?! Ҡәрҙәштәр ҙә үҙ туғандары янында сығыш яһай ул.
Ғөмүмән, мәжлес бит ул хәтирәләр майҙаны, кешенең күркәм сифаттарын барлау, ҙурлау байрамы! Хөрмәтләп саҡырғандар икән, тимәк уртаҡ ваҡиғалар бар, күңелдә ҡалырлыҡ сифаттары ла етерлек! Мәҫәлән, өй һалғанда, балалар үҫтергәндә, эшләгәндә, уҡығанда, ҡайғылы йәки шатлыҡлы саҡтарҙа ярҙам итеүе һәм башҡалар. Шул ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөп, бер-ике генә миҫал уйлап килеү өсөн бөйөк ғалим булырға кәрәкмәй. Барыһы ла тормоштан. Һөйләм дә бәйләй белмәй тороуыбыҙҙы әллә ниндәй милли сифаттарға, юҡ-бар сәбәптәргә һылтамаһаҡ ине?!
Бына яңыраҡ шул тиклем шәп мәжлес үткәрҙек! Ҡунаҡтарҙың йор һүҙлелегенә, фекерҙәрен тәрән мәғәнә менән аҡыллы итеп еткереүенә һоҡланып ҡайттыҡ. Улар ҙа бит башҡорттар! Һәм бер генә нәҫел түгел, төрлө өлкәлә эшләгән хеҙмәттәштәре лә, дуҫтары ла, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары ла бар! Халҡыбыҙҙың һүҙ байлығын күрһәткән әйтем-мәҡәлдәр, күркәм тормош өлгөләре, йыр-моң менән һөйләнеләр. Юбилярҙың асылына, уртаҡ яҙмыштарына хас хәтирәләр менән дә бүлештеләр. Ысын мәғәнәһендә мәжлес! Күңел байрамы! Тиҙ генә сығыш яһарға ла, тамаданың әйткәнен үтәп ултырырға тигән күренеш юҡ. Кеше бит ҡунаҡты рәхәтләнеп аралашыр, күңел асыр өсөн саҡыра. Ябай көндәрҙә былай ҙа бер-беребеҙгә йылы һүҙҙәребеҙҙе әйтмәйбеҙ, рәхмәт тойғоларын белдермәйбеҙ, хатта күрешеүҙәр ҙә һирәк. Ғүмер эсендә бер ойошторолған байрамдарҙа бер-беребеҙҙе лайыҡлы баһаларға өйрәнһәк ине!
Тел мейегә бәйле. Фекер мейелә ярала. Әйтер һүҙебеҙҙе алдан уйлап, саҡ ҡына тырышлыҡ һалып өйрәнһәк, нимә һөйләргә белербеҙ!

АЛЫП БАРЫУСЫ - АРТИСТ ТҮГЕЛ!
Ғаилә байрамдары - туғандар менән күрешеп-һөйләшеп ултырыу, йәнгә ял алыу, күңел асыу сараһы. Улар йыл һайын үткәрелмәй, киләһе осрашыуҙарҙа кем барын, кем юғын бер кем белмәй...
Бына ошондай байрамдарҙы алып барған саҡта мин һәр саҡ артҡы планға күсергә тырышам. Сөнки алып барыусы - артист түгел, алып барыусы ул - ойоштороусы, әйҙәүсе, бер йомғаҡҡа туплаусы ғына. Әйтер һүҙен еткерергә уңайһыҙланып торған ҡунаҡтарҙы ҡеүәтләп ебәреүсе, ниндәйҙер күңел сиктәрен шымартып таратыусы, рәхәтләнеп һөйләшерлек атмосфера тыуҙырыусы! Артист күрергә теләһәк, беҙ концертҡа барабыҙ. Ә мәжлес концерт түгел! Уны шоуға әйләндерергә ярамай. Юҡһа, һөйләү түгел, ашарға ла ҡыймай, ҡайнар ашын һыуытып ултырғандар бар. Хатта ҡотлауҙы ла артисҡа ҡарап "отчет" итеп һөйләйҙәр. Кейәү менән кәләштең алдан әҙерләгән туй бейеүен күрһәтә алмауы, нәҫелдәре шау таланттан тороп та йырлап-бейеп ҡайтмауы ғаилә мәжлестәре өсөн түгел, әлбиттә...
Ҡунаҡ булышыу тәртибе ҡасан үҙгәргән һуң?! Кем үҙгәрткән?! Ниңә банкеттарға гармун, ҡурай йөрөтөүҙән тартынабыҙ?! Был бит һеҙҙең байрам! Гармунлы, ҡурайлы, гитаралы йәшлек йырҙарын башҡарып, үҙебеҙсә күңел асыуға етәме ни!? Беҙ бит бик талантлы халыҡ. Асылыбыҙ ҙа, байрамдарыбыҙ ҙа бүтән. Ситтән ингән шоу-программалар, ят ҡылыҡтар менән йәнебеҙ теләгән байрам кинәнесенән мәхрүм итмәйбеҙме үҙебеҙҙе?! "Тамадаға ҡарап ултырып, ҡоҙаны ла танымай ҡайтҡанмын", тиерлек булмаһын ине. Ғаилә байрамдарында туғандар үҙ-ара йырлашырға, бейешергә, күңел асырға тейеш. Улар бит сәхнәлә сығыш яһап йөрөмәй, ҡунаҡта ғына йырлашмаһа, көн дә бер-береһен тыңлай ҙа алмай...
"Ҡотлау өсөн 3 минут, унан ары - штраф, наказ" тигән талаптар ҡуйыу ҙа ғаилә байрамдарына килешмәй. "Аҡсаңды һал да - булды!" тигән кеүек... Ҡайһы саҡта айҙар-йылдар буйы осрашмаған, йыраҡ-йыраҡтарҙан ҡайтҡан ҡунаҡтар була. Туғандары өсөн өҙөлөп, йән атып йыйылған ошо ҡәҙерлекәйҙәрҙе һүҙ һөйләүҙән дә мәхрүм итеү дөрөҫмө?! Мин килешмәйем. Алып барыусы үҙ урынында, шоумен үҙ урынында булырға тейеш!

Светлана НАСЫРОВА.

Фотола: Тбилиси ҡалаһында беҙҙең эраға тиклем VII быуаттағы тамадаға арналған һәйкәлдең күсермәһен бронзанан эшләп ҡуйғандар.  

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас