Даирә
+24 °С
Ямғыр
Көнүҙәк
20 Октябрь 2022, 11:48

Гәзиттәр киләсәге борсоуға һала

Райондың почта бүлексәләре – барлыҡ ауыл халҡының иң яратҡан урындарының береһе, сөнки нәҡ ошонда улар үҙҙәренең бик күп проблемаларын хәл итә ала. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн һәм һалым түләү, төрлө гәзит-журналдар һәм шулай уҡ аҙыҡ-түлек йәки башҡа хужалыҡ тауарҙары һатып алыу, хат йә посылка ебәреү өсөн дә ауыл халҡы һәр саҡ ошонда йүнәлә.

Гәзиттәр киләсәге борсоуға һалаГәзиттәр киләсәге борсоуға һала
Гәзиттәр киләсәге борсоуға һала

Гәзиттәр киләсәге борсоуға һала

Райондың почта бүлексәләре – барлыҡ ауыл халҡының иң яратҡан урындарының береһе, сөнки нәҡ ошонда улар үҙҙәренең бик күп проблемаларын хәл итә ала. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн һәм һалым түләү, төрлө гәзит-журналдар һәм шулай уҡ аҙыҡ-түлек йәки башҡа хужалыҡ тауарҙары һатып алыу, хат йә посылка ебәреү өсөн дә ауыл халҡы һәр саҡ ошонда йүнәлә.

Ҡамышлы почта бүлексәһе районда иң яҡшы эшләүсе почта бүлексәләренең береһе булып тора. Беҙҙең бында килеү был бүлексәгә ҡараған ауылдарҙың почтальондарының гәзит килгәнен көткән сағына тура килде. Шулай уҡ төрлө йомоштары менән килеүселәрҙән дә ҙур ғына сират хасил булған ине.

Бүлексә начальнигы Татьяна Аплеснева бөтмәҫ-төкәнмәҫ эшенән бер аҙ бушағас, беҙҙе почта хеҙмәте менән яҡындан таныштырҙы.

- Ҡамышлы почта бүлексәһе алты ауылды: Александровка, Үрге Төкөн, Түбәнге Төкөн, Малай, Ҡаракүл һәм Ҡамышлы ауылдарын хеҙмәтләндерә. Почтальондарыбыҙҙың барыһы ла – Флүзә Һөйөндөкова, Наилә Бикташева, Лидия Левашова, Алевтина Ширшова тырышып эшләй. Коллективыбыҙ татыу, һәр береһе үҙ эшенә яуаплы ҡарай, халыҡ менән дә ихлас мөғәмәлә итәләр. Беҙҙең эште үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, гәзит-журналдарға яҙҙырып, уларҙы таратыуҙан тыш аҙыҡ-түлек һәм башҡа көнкүреш тауарҙары һатыу, төрлө түләүҙәр ҡабул итеү, пенсия таратыу, шулай уҡ төрлө хәлдәрҙән мөлкәтте, транспортты һәм кешеләрҙе страховкалау эшен дә башҡарабыҙ. Йылдан-йыл гәзит-журналдарға яҙылыусылар һаны кәмеүгә табан барыуы борсоуға һала. Уның сәбәптәре төрлөсә: оло йәштәге ҡайһы берәүҙәр яҙылыу хаҡы ҡыйбатҡа һылтана, ә йәштәр инде барлыҡ яңылыҡтарҙы интернет аша уҡыйбыҙ тиҙәр. Шуныһы ла бар: хәҙер ололар ҙа интернет селтәрен үҙ итә башланы. Шулай ҙа йыл һайын күпләп гәзит-журналдар алдырыусы тоғро уҡыусыларыбыҙ булыуы ҡыуандыра. Флүрә Арыҫланова, Әнәс Ғәлиев, Нурия Сәхәпова, Татьяна Стодольникова һәм башҡалар кеүек әүҙем ауылдаштарыбыҙға рәхмәтлебеҙ. Эшебеҙ еңелдән булмаһа ла, барыбер алдыбыҙға ҡуйылған планды үтәргә тырышабыҙ. Ярты йыллыҡта 195 мең һумлыҡ суммаға гәзит-журналдар буйынса планды үтәргә кәрәк. Башҡа төр әйберҙәр һатҡан өсөн икенсе планы ла бар. Йыл да гәзит-журналдарға хаҡтар артып тора. Шуға күрә һәр ваҡыт планды үтәп булмай ҡуйһа тигән борсолоуға ҡалабыҙ. План үтәлмәһә, эш урындарын ҡыҫҡартыуҙары мөмкин. Кемдер эшһеҙ тороп ҡалыуы бар. Ни тиһәңдә ауыл халҡының бар ҡарап торғаны шул почтальондар һәм почта бүлексәләре бит, күптәр барлыҡ түләүҙәрен шул уҡ почтальондар аша башҡара, - ти Татьяна Олеговна.     

Оҙаҡ йылдар үҙ эшен яратып башҡарыусы Үрге Төкөн ауылы почтальоны Флүзә Һөйөндөкова:

- Ауылыбыҙҙа һәр ваҡыт, ҙур теләк менән гәзит-журналдарға яҙылыусылар беҙҙә лә байтаҡ. Бер ниндәй сәбәптәргә лә ҡарамайынса Әлфирә Моратова, Лена Байғусҡарова, Әхәт Йомағолов һәм башҡа бик күп кенә оло йәштәге, хаҡлы ялдағы ауылдаштарым ваҡытлы матбуғатҡа яҙылмайынса ҡалмай. Улар гәзит-журналдарҙы һәр саҡ көтөп ала, бер ҡасан да “Юҡ, яҙылмайым” тимәй, өгөтләгәнде лә көтмәйҙәр. Ошондай әүҙем гәзит-журналдар уҡыусыларыбыҙға оло рәхмәтлебеҙ. Аңлатыу эштәре алып барырға, нисек булһа ла планды тултырырға тырышабыҙ. Уның өсөн һәр бер өй һайын йөрөргә лә тура килә.  Беҙҙең ауылда мәктәптең булмауы ла насар, әлбиттә, сөнки, ғәҙәттә, уҡытыусылар күпләп гәзит-журналдар алдыра. Әлбиттә, бик күптәр декада барышында арзаныраҡ хаҡҡа яҙылып ҡалырға тырыша, - тигән уй-фекерҙәре менән бүлеште.

Район почта хеҙмәткәрҙәренә еңел булмаған һәм шул уҡ ваҡытта оло яуаплылыҡ талап иткән эштәрендә тик уңыштар ғына юлдаш булыуын һәм халыҡ уларҙың ошо изге хеҙмәтен һәр саҡ аңлап ҡабул итеүен теләп ҡалабыҙ.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотоһы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас