Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
26 Сентябрь 2022, 14:30

Мобилизацияланғандар ғәскәргә оҙатылды

25 августа Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары буйынса мобилизацияланғандарҙы ғәскәргә оҙатыу айҡанлы митинг уҙҙы.

Мобилизацияланғандар ғәскәргә оҙатылды
Мобилизацияланғандар ғәскәргә оҙатылды

Мобилизацияланғандар ғәскәргә оҙатылды

21 сентябрҙә Рәсәй Президенты В.В. Путин Оборона министрлығы һәм Генераль штабтың тәҡдиме буйынса илдә өлөшләтә мобилизация иғлан итте. Уның граждандарға мөрәжәғәтендә билдәләүенсә, өлөшләтә мобилизациялау тураһында сара Рәсәйҙе, уның суверенитетын, территориаль бөтөнлөгөн һаҡлау һәм Рәсәй халҡының именлеген тәьмин итеү өсөн ҡабул ителгән. “Оборона предприятиеларын матди, ресурстар һәм финанс яҡтан тәьмин итеү мәсьәләләрен хөкүмәт кисекмәҫтән хәл итергә тейеш”, - тине Президент.

25 августа Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары буйынса мобилизацияланғандарҙы ғәскәргә оҙатыу айҡанлы митинг уҙҙы.

Был көндө иртә таңдан район үҙәгенең үҙәк майҙанына халыҡ ағылды ла ағылды. Бында хәрби хеҙмәткә саҡырылған һалдаттарҙың туғандары һәм яҡындары, райондың иң әүҙем кешеләре, хәрби-патриотик клуб тәрбиәләнеүселәре һәм шулай уҡ илдә барған хәлдәргә битараф булмағандарҙың барыһы ла йыйылды.

Бына хәрбиҙәр майҙан буйлап үтеп, бер сафҡа теҙелде. Халыҡ уларға көс-дәрт өҫтәп, дәррәү ҡаршы алды.

Митингта Республика Башлығы Радий Хәбиров, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, БР хәрби комиссары Михаил Блажевич, район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, Архангел районы хакимиәте башлығы Айрат Сәитғәлин, Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары хәрби комиссары Ринат Ғималов һәм башҡа рәсми шәхестәр ҡатнашты.

- Хөрмәтле яҡташтар! Беҙ бөгөн бында һеҙгә ихтирам һүҙҙәрен белдерер өсөн килдек. Ҡатмарлы заман һәм ҡатмарлы ҡарарҙар. Әммә тап шундай заман ысын ирҙәрҙе тыуҙыра. Һеҙ Ватаныбыҙҙы һаҡларға бараһығыҙ. Бер нисә ай инде Башҡортостан егеттәре унда һуғыша. Уларға һеҙҙең ярҙам бик кәрәк. Улар һеҙҙе көтә. Беҙ, хәрби бурысығыҙҙы намыҫ менән үтәрһегеҙ тип, һеҙгә өмөт менән ҡарайбыҙ, иң мөһиме – иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ. Һеҙ һәм һеҙҙең ғаиләләр – улар беҙҙең ғаиләләр. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы ярҙам итеү өсөн республика барлыҡ көсөн йүнәлтәсәк. Ғаиләләрегеҙ өсөн тыныс булығыҙ, – тине республика етәксеһе.

БР хәрби комиссары Михаил Блажевич үҙенең сығышында беҙгә ябай булмаған осорҙа йәшәргә тура килеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды:

- Рәсәй Федерацияһының Хәрби көстәрен илебеҙҙең төрлө төбәктәренән йыйылған егеттәр тулыландыра. Әлеге көндә оборонаның алғы һыҙығында хеҙмәт итеүселәргө һеҙ оло ярҙам буласаҡһығыҙ. Бергәләп беҙ еңеү яуларбыҙ. Бөгөн һеҙҙең һәр берегеҙ бында килгән һәм сафҡа баҫҡан. Был үҙе оло хөрмәткә эйә. Ҡаһарманлығыҙ һәм ҡыйыулығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт! – тип мөрәжәғәт итте Михаил Александрович.

Прибельский ауылы ғибәҙәтханаһы настоятеле Андрей Кулемза Ватаныбыҙ һаҡлаусыларына үҙенең изге теләктәрен әйтте:

- Ил саҡырыуы буйынса үҙебеҙҙең ерҙе, яҡындарыбыҙҙы яҡлар өсөн йыйылдығыҙ. Һеҙҙе Аллаһ һаҡлаһын, ә беҙ һеҙҙең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы теләп күмәкләп доға ҡылырбыҙ, - тине ул.

Ҡырмыҫҡалы районы имам-мөхтәсибе Ирек хәҙрәт Әбүталипов иң тәүҙә мобилизацияланған ир-егеттәрҙең иҫәнлеге өсөн доға ҡылды һәм:

- Бөгөн беҙ һеҙҙе илебеҙ рубеждарын һаҡлар өсөн оҙатабыҙ. Мосолмандар әйтеүенсә, Тыуған илгә булған һөйөү ул Аллаға ышаныуҙан килә. Бөгөн һеҙ үҙегеҙҙең Ватанды, үҙегеҙҙең ғаиләне, үҙегеҙҙең яҡындарығыҙҙы һаҡлар өсөн юлға сығаһығыҙ. Был – изге эш. Аллаһ үҙе һаҡлаһын һеҙҙе. Амин, - тине хәҙрәт.

Митинг һуңынан хеҙмәткә алынғандар үҙҙәренең туғандары менән ҡосаҡлаштылар, иҫтәлеккә фотоға төштөләр, хушлаштылар.

Боҙаяҙ ауылынан Азат Рафиҡов 2004 йылда Чечняла хеҙмәт итә. Ул ГРУ-ла булған, хәрби тәжрибәһе бай. Ул да повестка алған:

- Әле ҡатмарлы заманда йәшәйбеҙ. Беҙ Тыуған илебеҙгә кәрәкбеҙ. Үҙебеҙҙең хәрби бурысты намыҫлы үтәргә тырышасаҡбыҙ, - тигән тәьҫораттары менән бүлеште Азат Рәмил улы.

Радий Фәрит улы хәрби хеҙмәткә алыныусылар менән әңгәмәләште һәм уларҙың барыһына ла иҫән-имен тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Мобилизацияланған ир-егеттәр уға үҙҙәренең ҡайҙа хеҙмәт иткәндәре, тыуған йорттарында уларҙы кемдәр көтөп ҡалғандары хаҡында бәйән итте.

Бына хушлашыу мәле лә килеп етте. Әлбиттә, күҙ йәштәре лә, илау-һыҡтау ҙа булды. Бер-бер артлы уҙған автобустарҙан төрлө хушлашыу һүҙҙәре яңғыраны. Бар халыҡ изге теләктәрен теләп: “Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ!”, - тип Ватанды һаҡлаусыларыбыҙ артынан ҡул болғап ҡалды. Уларҙы шулай уҡ рәсми делегация оҙатырға сыҡты.

Ғәскәргә оҙатылған мобилизацияланғандарға тыуған яҡтарына имен-һау, еңеүҙәр менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ

Ольга КӘРИМОВА

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: