Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
20 Сентябрь 2022, 14:32

Республикабыҙҙа бер миллиондан ашыу турист булды

Ниндәй объекттар республиканың этник туризмы йөҙөн билдәләй?  

Республикабыҙҙа бер миллиондан ашыу турист булды
Республикабыҙҙа бер миллиондан ашыу турист булды

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы. “Туризм буйынса федераль агентлыҡ республиканы “туризм буйынса яңылыҡ” тип тиккә атаманы. Быйыл ете ай һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда бер миллиондан ашыу турист булды, ә күрһәтелгән түләүле хеҙмәттәр күләме 22 проценттан артты.

Был инфраструктура – юлдар, юл буйы хеҙмәтләндереү объекттары, глэмпингтар төҙөлөшө һәм яңы ысулды тормошҡа ашырыу – туристарҙы йәлеп итерлек урындарҙы алға этәреү һөҙөмтәһендә мөмкин булды.

Төп проекттар – заманса “Шүлгәнташ” музей комплексы, Турахан мавзолейындағы Евразия күсмә цивилизациялары музейы, “Воскресенский заводы” арт-үҙәге, Өфө ҡәлғәһе һәм Өфө II ҡаласығы.

Был объекттар республиканың этник туризмы йөҙөн билдәләй.

Рәсәйҙең Туризм буйынса федераль агентлығы баһалауынса, һорауҙарға яуап биргәндә ошондай турҙарҙа ҡатнашыу теләген белдергәндәр 88 процент тәшкил итһә лә, илдәге туристар ағымының 10 проценты ғына этнотуризмға тура килә. Был – үҫешкән сегмент, унда алдынғы урындарҙы яулай алабыҙ, һәм тарихи-мәҙәни йоғонто яһауыбыҙға яҡшы платформа”.

Андрей Назаров  digital detox турҙарының 2035 йылға тиклем этник туризм үҫеше стратегияһында билдәләнгән турҙарҙың яңы шәп компоненты икәнлеген дә билдәләй. Өҫтәүенә, этник туризм ауылдарҙа эш урындарының барлыҡҡа килеүенә, эшҡыуарлыҡ үҫешен һәм урындағы ауыл хужалығы продукцияһына һорауҙың артыуын тәьмин итәсәк.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: