Даирә
+24 °С
Ямғыр
Көнүҙәк
20 Сентябрь 2022, 06:47

Башҡортостанда иң яҡшы 50 башҡорт һәм рус теле уҡытыусыһына 50-шәр мең һум аҡса бирелә

Башҡортостанда иң яҡшы 50 башҡорт һәм рус теле уҡытыусыһына 50-шәр мең һум аҡса бирелә. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, аҡсалата дәртләндереүгә дәғүә иткән республика конкурсы ситтән тороп уҙғарылды.

Башҡортостанда иң яҡшы 50 башҡорт һәм рус теле уҡытыусыһына 50-шәр мең һум аҡса биреләБашҡортостанда иң яҡшы 50 башҡорт һәм рус теле уҡытыусыһына 50-шәр мең һум аҡса бирелә
Башҡортостанда иң яҡшы 50 башҡорт һәм рус теле уҡытыусыһына 50-шәр мең һум аҡса бирелә

Уның йомғаҡтары буйынса, һөҙөмтәле профессиональ эшмәкәрлек һәм республикабыҙҙа мәғариф үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн иң яҡшы 50 башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусыһы 50-әр мең һум күләмендә премия менән бүләкләнә.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, «Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары» конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләүгә арналған тантаналы сара 4 октябрҙә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында була.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-09-19/v-bashkirii-50-luchshih-uchiteley-bashkirskogo-i-russkogo-yazykov-poluchat-po-50-tysyach-rubley-2956217

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас