Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
16 Сентябрь 2022, 09:39

Башҡортостанда бер тәүлектә 581 кеше коронавирус йоҡторған, икәүһе вафат булған

Уҙған тәүлектә Башҡортостанда 581 кеше коронавирус менән ауырып киткән, икәүһе үлгән, тип хәбәр итә республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостанда бер тәүлектә 581 кеше коронавирус йоҡторған, икәүһе вафат булған
Башҡортостанда бер тәүлектә 581 кеше коронавирус йоҡторған, икәүһе вафат булған

Пандемия башланғандан алып республикала бөтәһе 306 меңдән ашыу сир осрағы теркәлгән. Ошо ваҡыт эсендә 5 801 кеше яңы коронавирус инфекцияһы ҡорбаны булған, уларҙың күбеһе — 60 йәштән өлкәндәр.

Бөгөнгә республикала 236 кеше коронавирус инфекцияһы диагнозы менән дауаханаға һалынған, уларҙың 9-ы — ауыр хәлдә, берәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. 3 322 сирле өйөндә дауалана.

Тәүлек эсендә 157 кеше һауыҡҡан.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-09-15/v-bashkirii-za-sutki-koronavirusom-zaboleli-581-chelovek-dvoe-skonchalis-2950743

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: