Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
9 Сентябрь 2022, 10:57

Милли кейем көнө - мәктәптәрҙә

Бөгөн Башҡортостанда иң матур, сағыу байрамдарҙың береһе – Милли кейем көнө билдәләнә. Был көн уңайынан мәктәптәрҙә уҡыусылар һәм уҡытыусылар милли элементтар тағып, милли кейемдәрҙә уҡырға килделәр. Ҡырмыҫҡалы ауылы гимназияһының 2 "б" класы уҡыусылары ла был көндө көтөп ала һәм флешмобҡа әүҙем ҡушыла.

Милли кейем көнө - мәктәптәрҙә
Милли кейем көнө - мәктәптәрҙә

Мәҙәниәттәр, милли колорит һәм традициялар ҡатнашмаһы – былар барыһы ла Милли кейем көнөнә ҡағыла. Байрам белем биреү учреждениеларында ла киң билдәләнә. Мәктәптәрҙә республика халыҡтарының милли кейеменә арналған берҙәм дәрестәр, флэшмобтар, конкурстар, презентациялар үтә. Дәрестәрҙә халыҡтарҙың мәҙәниәте, көнкүреше тураһында һөйләйҙәр, халыҡ бейеүҙәренең видеояҙмаһын ҡарайҙар, милли музыка ҡоралдарында уйналған көйҙәрҙе тыңлайҙар.

Мәктәптәрҙә бындай саралар үткәреү туған халыҡтың мәҙәниәте һәм традицияларына ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтерергә, тыуған яҡ менән ғорурланыу тойғоһо барлыҡҡа килеүгә, халыҡ оҫталары хеҙмәтенә хөрмәт тәрбиәләргә ярҙам итә.  

Гөлсәсәк Аласова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: