Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
1 Сентябрь 2022, 14:38

Акцияға беҙ ҙә ҡушылдыҡ

- Бүләгегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Бындай матур рюкзакты ҡыҙым ҡыуанып йөрөтөр инде. Миләүшә мәктәптә былай тырышып ҡына уҡый. Киләһе уҡыу йылында тағы ла нығыраҡ тырышыр, тип уйлайым, - ти ҡыҙҙың әсәһе.

Акцияға беҙ ҙә ҡушылдыҡ
Акцияға беҙ ҙә ҡушылдыҡ

Акцияға беҙ ҙә ҡушылдыҡ

Йолаға әүерелгән Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойошторған “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” шәфҡәтлелек акцияһы август аҙағына тиклем дауам итә. Был мәрхәмәтлек сараһының маҡсаты — ауыр тормош хәлендә ҡалған, күп бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләүҙә ярҙам күрһәтеү.

Кеше хәлен аңлаған, тирә-йүндәгеләргә битараф булмағандарҙың тырышлығы менән йыл да Башҡортостанда меңләгән ғаиләләргә ярҙам күрһәтелә. Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ тигәндәй, улар тарафынан төрлө кәнсә тауарҙары, дәфтәрҙәр, балалар ижады өсөн йыйылмалар, портфелдәр һәм башҡа кәрәк-яраҡтар балаларға бүләк ителә.

“Кармаскалинская новь”, “Даирә” һәм “Үҙән” гәзиттәре редакцияһы хеҙмәткәрҙәре лә был мәрхәмәтлек акцияһына ҡушылды һәм Түбәнге Төкөн ауылында йәшәүсе Һатлыҡовтар ғаиләһенә ярҙам итте. 6-сы класта белем алыусы Миләүшә мәктәпкә кәрәкле төрлө әйберҙәр менән тулы портфелде бик ихлас ҡабул итте һәм тырышып уҡырға вәғәҙә бирҙе.

- Бүләгегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Бындай матур рюкзакты ҡыҙым ҡыуанып йөрөтөр инде. Миләүшә мәктәптә былай тырышып ҡына уҡый. Киләһе уҡыу йылында тағы ла нығыраҡ тырышыр, тип уйлайым, - ти ҡыҙҙың әсәһе Гөлнур Халиҡова.  

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: