Даирә
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
31 Август 2022, 16:46

Еңеү диктанты

Бына инде дүртенсе йыл илебеҙ халҡы "Еңеү диктант"ын яҙа. Ошо хаҡта һүҙ сыҡһа мин иң әүәл Ватаныбыҙҙың дөйөм хәрби һәм хеҙмәт йөҙөн сағылдырыусы ауылыбыҙҙың ветерандарын, шулар иҫәбендә талантлы уҡытыусы, оҫта скрипкасы, маһир һүрәт төшөрөүсе уҡытыусым, ҡасандыр беҙгә “Еңеү диктант”ын яҙҙырған Ильясов Данияр Искәндәр улын күҙ алдына баҫтырам.

Еңеү диктанты
Еңеү диктанты

Унынсы класҡа уҡырға төшкәндә беҙгә яңы уҡытыусы килеп мәктәп ихатаһындағы бәләкәй генә иҫке йортҡа ғаиләһе менән урынлашты. Ғаилә, тигәнем дә – үҙе, ҡатыны һәм 12-13 йәштәр тирәһендәге ҡыҙы. Күсенгән мәлдәрендә күрҙем, уларҙың йорт ҡаралтылары ла артыҡ күп түгел ине; өҫтәл, ултырғыстар, шкаф, сервант та, түшәнер-яҫтаныр, йәнә нәҙек ептәр менән бергә йыйып сырмап бәйләнгән бик күп китаптар, журналдар.

     Яңы уҡытыусы беҙҙе рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта икән, ул иртәгеһенә үк дәрес башланыр алдынан инеп үҙе менән таныштырҙы:

         - Хәйерле иртә, балалар! Таныш булайыҡ, Ильясов Данияр Искәндәр улы булам. Йыл барышында беҙ һеҙҙең менән бергәләп шөғөлләнәсәкбеҙ.

         Һомғол буйлы, мыҡты кәүҙәле, күрмәлекле кеше ине ул. Йөҙө лә ирәбе, һөйкөмлө. Өҫтөнә кейгән кейеме – арзанлы костюм-салбар ҙа эре шаҡмаҡ төшкән бумазый күлдәк. Ҡуҫтарланырға яратмай, тимәк. Быныһы күңелгә ятты. Тағы шуға иғтибар иттем - күҙҙәре осҡонланып янып тора, йәнә ҡаштары ҡуйы һәм ҡалын.

          Дәрес бөтөү менән класс миңә төбәлде. Һабаҡташтарымдың ни көткәнлеген һүҙһеҙ ҙә аңлап өлгөрөп кире ҡаҡҡыһыҙ итеп: "Брежнев, Леонид Ильич!" тинем. Ауылыбыҙҙағы мулла бабай - Әбдрәхим олатай яңы тыуған балаға исем ҡушҡан ише мин дә мәктәптәге һәр балаға, һәр килгән яңы кешегә ҡушамат тағам һәм ул уға айырылғыһыҙ булып ғүмерлеккә йәбешә. Тиҙ арала уны һыртынан "Леонид Ильич" тип йөрөтә башланылар һәм бер аҙҙан бөтөнләй ҡыҫҡартылып "Ильич"ы ғына тороп ҡалды. Тиҙҙән уҡытыусы менән минең арала дуҫлыҡ тип атап уҡ булмаһа ла йылы мөнәсәбәт урынлашты. Төплө белемле уҡытыусы итеп ыңғай ҡабул итһәм дә мин уны бөтөнләй үк белеп бөтмәй инем әле. Аҙ, әммә йор һүҙле, ипле, итәғәтле кеше булараҡ үҙе тураһында һөйләргә яратманы, уның хаҡында уҡытыусыларыбыҙ ҙа артыҡ хәбәрҙар түгел ине шикелле, өҫтәмә мәғлүмәт белһәләр, һис һүҙһеҙ ҙур бер ғаилә ише ойошоп йәшәгән беҙгә лә бер ишетелмәһә бер килеп ишетелер ине.

         Октябрь байрамы етте. Ауылдағы һәр концерт уҡытыусылар ойоштороуы һәм ҡатнашлығы аҫтында үтә. Беҙҙә генә түгел бар ерҙә лә шулай. Бына концертты алып барыусы клуб мөдире Маһисара апай иғлан итте:

         - Башҡорт халыҡ көйө "Таштуғай", скрипкала Данияр Ильясов.

         Бына ул сәхнәгә сығып баҫты ла мөләйем йылмайыуы менән та-машасыларҙы теүәлләп ҡарап алғас скрипкаһының нигеҙен муйынына килтереп терәне.

         Һоҡланғыс оҫта итеп, еренә еткереп башҡарҙы ул халыҡ йырын, ә мин үҙемде ауыл клубында түгел, башҡалалағы ҙур концерт залында ултырғандай итеп хис иттем. Ауыл халҡы ла сығышты ҙур теләк, күтәренкелек менән ҡабул итеп гөрләтеп ҡул сабып ебәрҙе, хуплау ауаздары ла ишетелде.

   Ошо хәлдән аҙаҡ Данияр ағайға булған ихтирамым бермә-бер артты, яйы сығыу менән уға эйәрергә генә торам. Бына-бына уның булмышынан илаһи моң ағыла башлар төҫлө. Бер көн класташтарымдан ҡәтғи талап иттем: "Ильич, тигән ҡушаматты онотоғоҙ, бөгөнгө көндән ул беҙҙең һәммәбеҙ өсөн фәҡәт Данияр Искәндәрович, белдегеҙме?!."

         Ҡышҡы каникулдар үтте. Мәктәпкә китешләй арбалғандай итеп гелән  уттары балҡыған теге йортҡа ҡарап уҙам. Ә унда ҡорғандары тартылмаған тәҙрәлә буҫтауға ниҙер төшөрөп аҙапланған Данияр ағайҙың һонтор һыны күренә. Айҙан ашыу ваҡытын теге мольбертҡа тартым ҡулайламаға текәлеп үткәрҙе. Нимә эшләй һуң ул, ни бөтөрә?! Тиҙҙән был сер ҙә асылды. Мәктәбебеҙҙәге пионер дружинаһы ул саҡта Олег Кошевой исемен йөрөтә ине. 23 февраль, Совет Армияһы көнө алдынан тотошобоҙҙо мәктәп залына теҙеп ҡуйҙылар. Стенаның урта төшө түшәмдән алып иҙәнгәсә аҡ япма менән ябылған. Бына мәктәп директоры Рауил Сәйфулла улы военрук Әҙеһәм Һөйөндөк улының докладынан һуң әлегә күптәргә билдәһеҙ, серле япманы асыу хоҡуғын мәктәптең ике уҡыу алдынғыһына ҡушты. Бына алдыбыҙҙа Олег Кошевойҙың төҫлө портреты, ул беҙгә тере кешеләй итеп йылмайып ҡарай! Данияр Ильясовтың шул мәлдә тағы ла бер һәләтен астым, ул бынамын тигән рәссам икән дә баһа!

         7 май көнө ул беренсе дәрескә килеп инде лә тулҡынланыулы та-уыш менән иғлан итте:

         - Беҙ һеҙҙең менән, балалар, диктант яҙасаҡбыҙ, "Еңеү диктант”ын! Контроль эш дәфтәрҙәрегеҙҙе сығарығыҙ!

         Тексты уҡып сыҡты. Тауышы нисектер ултырған һымаҡ ғыжылдап, ҡалтыранып ишетелә, өҙлөкһөҙ тамағын да ҡырғылап ала. Ауырлыҡ менән тексты осланы. Йәнем үртәлеп ултыра. Ни эшләй ул бөгөн, ғүмерҙә ҡыланмағанын, ни тиһәң дә "Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы" ла баһа! Ҡаштарын йыйырып, ҡайһы ерҙә күҙҙәрен йәшкәҙәтеп ауырлыҡ менән диктантты осланы уҡытыусыбыҙ, осланы ла миңә мөрәжәғәт итте:

         - Дәфтәрҙәрҙе йыйып ал әле... - Шулай тине лә тәнтерәкләп сығ-ыу яғына ҡарай ыңғайланы. Үҙен сирле кеше һымаҡ итеп тотҡан уҡытыусыбыҙҙың хәл-торошон сәйер ҡабул итеп, аңҡы-тиңке килеп ултырып ҡалдыҡ.

       Һигеҙенсе май көнө беренсе дәрескә капитан погондары таҡҡан хәрби кейемдә килеп инде уҡытыусыбыҙ. Түштәрен орден-миҙалдар япҡан. Асҡан ауыҙымды йоморға онотоп хисаплай башланым: "Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, "Батырлыҡ өсөн", “Берлинды алған өсөн” миҙалдары..." Бына кем уҡытҡан икән беҙҙе, бына кем кисәге көн беҙгә "Еңеү диктант"ын яҙҙырған! Шул диктантты уҡыған мәлдә моғайын да ул уйы менән яңынан, тағы ла бер тапҡыр яу юлдарынан үткәндер, һәләк булған яуҙаштарын теүәлләгәндер, иҫенә төшөргәндер...

       Беҙҙән генә һуғышҡа тотош ауылдың ир-егете киткән. Уларҙың яр-тыһынан күберәге Ватаныбыҙҙы ҡурсып, Европаны, бар донъяны фашист ҡоллоғонан азат иткәндә һәләк булғандар.

       Бөгөн Көнбайыш Европала нацизм яңынан баш ҡалҡыта. Советтар Союзы тарҡалғандан һуң Балтик буйы илдәре йәнәһе лә үҙаллылыҡ ҡабул итте, асылда иһә ундағы власҡа ана шул үткән быуаттағы тар милләтселек ҡанундарын, нацистик идеяны алға һөргәндәр килде. Сәстәрен таҡыр итеп ҡырҙырып алып, тәндәренә тәре баҫҡан, ҡулдарына дөрләп янған сыра тотҡан, аңдары томаланған террорсыларға тартым йәш егеттәр уҙған быуаттың 30-сы йылдарындағы аҡыллы китаптарҙы усаҡтарға ырғытҡан Гитлерҙың эйәрсендәрен хәтерләтә.

       Армияла Калининград өлкәһендә хеҙмәт иттем, әммә эшем бу-йынса бик йыш Каунас, Вильнюс, Таллин, Рига ҡалаларында була торғайным. Ерҙәре лә йәмле, халҡы ла ихлас, ихтирамлы ине ул саҡта. Ҡайһылай ҙа матур, дуҫлыҡ сәскә атҡан осорҙа йәшәгәнбеҙ. Хәҙер шул тарафҡа ҡарайым да ул яҡты бөтөнләй танымайым һымаҡ. Беҙгә, Рәсәйгә ҡарата хас дошманға әүерелгән, мөнәсәбәттәре күрә алмаусанлыҡҡа йүнәлтелгән дәүләттәр. Балтик буйы ғынамы? Эргәләге, ҡасандыр беҙҙең өсөн дуҫ-ҡәрҙәш иҫәпләнгән Украина ла фашизмды яҡлаған, Советтар Союзы ҡоролошон тамырынан ҡабул итмәгән Степан Бендера юлын ҡыуа бөгөн.

       Украина халҡы беҙгә һис ҡасан дошман булманы һәм булмаҫ та. Барыһына ла телдәрҙе ҡапма-ҡаршы ҡуйған, әҙәбиәтте, мәҙәниәтте һанламаған, ерҙәрен, үҙ халҡын ҡәҙерләмәгән, сит-яттарҙың мәғәнәһеҙ бойороҡтарын һүҙһеҙ үтәгән марионетка режимы, өҫтәп әйтер инем ваҡытлы режимы ғәйепле.

        Бөгөн унда ана шул нацизмды юҡ итеү, Донецк, Луганск биләмәләрендә йәшәүселәрҙе азат итеү маҡсатында Рәсәй ҡораллы көстәре тарафынан махсус операция үтә. Унда Башҡортостандан да ҡатнашалар. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында легендар Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы Украина ерҙәрен азат итһә, бөгөн беҙҙең ҡыйыу егеттәребеҙ уның шанлы һәм данлы традицияларын дауам итә, үҙҙәренең хаҡ юлдан барғандарын тағы ла бер тапҡыр раҫлай, иҫбатлай. Еңеү иртәме-һуңмы беҙҙең яҡта буласаҡ, был хаҡта икеләнеүһеҙ әйтергә мөмкин. Егеттәребеҙҙең тыуған ергә имен-аман ҡайтыуҙарын теләйек.

       Әле Латвияла, Эстонияла һәйкәлдәрҙе, обелисктарҙы емерәләр. Бындай фәхши юлдар менән генә совет һалдатының Икенсе донъя һуғышында күрһәткән батырлыҡтарын, ҡаһарманлыҡтарын юйыу, юҡ итеү мөмкин түгел. Тарих, ҡара уйлы, насар ниәтле кешеләрҙең аҡылһыҙ баштарында яҙылмай, ул ата-бабалар-ыбыҙҙың шанлы үткәне, уларҙың ҡанлы һәм данлы яҙмышы!     

       Бына инде дүртенсе йыл илебеҙ халҡы "Еңеү диктант"ын яҙа. Ошо хаҡта һүҙ сыҡһа мин иң әүәл Ватаныбыҙҙың дөйөм хәрби һәм хеҙмәт йөҙөн сағылдырыусы ауылыбыҙҙың ветерандарын, шулар иҫәбендә талантлы уҡытыусы, оҫта скрипкасы, маһир һүрәт төшөрөүсе уҡытыусым, ҡасандыр беҙгә “Еңеү диктант”ын яҙҙырған Ильясов Данияр Искәндәр улын күҙ алдына баҫтырам.

  

Автор:Хайдар Тапаков
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: