Даирә
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
30 Август 2022, 10:22

"Ауыл ипотекаһы"н нисек файҙаланырға?

Йылына 0,1-3 процент ставкаһы менән йорт һатып алыуға йәки төҙөүгә кредит алырға мөмкин.

"Ауыл ипотекаһы"н нисек файҙаланырға?
"Ауыл ипотекаһы"н нисек файҙаланырға?

"Ауыл ипотекаһы" программаһы буйынса йылына 0,1-3 процент ставкаһы менән йорт һатып алыуға йәки төҙөүгә кредит алырға мөмкин.

Рәсәй банкы бүлексәһе - Башҡортостан буйынса Милли банк мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2022 йылдың тәүге ярты йыллығында "Ауыл ипотекаһы" программаһы буйынса төбәктә 378 миллион һумлыҡ 142 кредит бирелгән. Программа 2020 йылдан эшләй.

2022 йылдың 18 авгусында Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин ауыл ипотекаһын срокһыҙ оҙайтыу хаҡында иғлан итте. Хәҙер тағы ла күберәк кеше торлаҡ шарттарын яҡшырта ала.

"Ауыл ипотекаһы" ярҙамында льготалы ставка буйынса түбәндәге эштәр өсөн кредит алырға мөмкин:

  һатыу - һатып алыу килешеүе буйынса әҙер торлаҡ йәки төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу килешеүе нигеҙендә төҙөлөп ятҡан йорттан фатир һатып алыу;

  ер участкаһы һатып алыу һәм унда торлаҡ төҙөү;

  әҙер шәхси йорт алыу;

  әҙер участкала торлаҡ төҙөү.

Шуныһы мөһим: программа ауыл ерендә һәм иң күбе 30 мең кеше йәшәгән ҡалаларҙа ғына эшләй. Программа шарттары ошо һылтанма буйынса: https://xn--h1alcedd.xn--d1aqf.xn--p1ai/instructions/selskaya-ipoteka-voprosy-i-otvety/

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: