Даирә
+24 °С
Ямғыр
Көнүҙәк
9 Август 2022, 10:24

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана

Башҡортостанда алдағы өс көндә эҫе һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡланаАлдағы көндәрҙә Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана
Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана

Башгидромет мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн республикала көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә, яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнсығыштан секундына 3-8 метр тиҙлектә. Һауа температураһы көндөҙ +28, +33 градус.

10 августа яуым-төшөмһөҙ. Ел көнсығыштан, көнбайышҡа күсеп талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +13, +18 градус, урыны менән +8 градусҡа тиклем. Көндөҙ +27, +32 градус. 

11 августа һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ төньяҡ райондарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көнсығыштан, көнбайышҡа күсеп талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +13, +18 градус, урыны менән +8 градусҡа ҡәҙәр. Көндөҙ иһә +27, +32 градус.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-08-09/v-bashkirii-sohranitsya-zharkaya-pogoda-v-blizhayshie-tri-dnya-2902188

Автор:Галина Бахшиева.
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас