Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
27 Июнь 2022, 16:29

Ярҙам була, эшләргә кәрәк!

Баҡсасылар, дәүләт биргән ярҙам сараларын әүҙем ҡулланып ҡалығыҙ.

Ярҙам була, эшләргә кәрәк!
Ярҙам була, эшләргә кәрәк!

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов халыҡҡа баҡса участкаларында йәшелсә культураларын үҫтереүгә ярҙам итеү һәм дәртләндереү саралары тураһында һөйләне. Уның белдереүенсә, беҙҙең республикала баҡсаларҙа картуф һәм йәшелсә үҫтереү буйынса ҡеүәт ҙур. Бөгөн тауар булмаған секторҙа йәшелсә менән картуфтың 86 проценты етештерелә.

Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, әлеге ваҡытта халыҡта баҡса участкаларында йәшелсә үҫтереүҙе дәртләндереү өсөн бер нисә сара ҡабул ителгән.

– Беренсенән, Рәсәй Хөкүмәте яңы ярҙам сараһы раҫланы. Киләһе йылдан үҙмәшғүл булып теркәлгән граждандар ҙа үҙ ихаталарында һәм баҡса участкаларында үҫтерелгән һәм һатылған йәшелсә һәм картуфҡа субсидия ала аласаҡ. Үҙмәшғүл граждандар өсөн ике субсидиялау йүнәлеше күҙ уңында тотола: йәшелсә менән картуф орлоҡсолоғона. Элиталы йәшелсә һәм картуф орлоҡтарын маҡсатлы рәүештә үҫтергән һәм һатҡан үҙмәшғүл граждандар өсөн ставка бер гектарға иҫәпләнәсәк. Аҙыҡ-түлек маҡсатында асыҡ тупраҡта картуф һәм йәшелсә етештереүгә һәм һатыуға ставка тоннаһына яҡынса дүрт мең һум тәшкил итәсәк (сығымдарҙың яҡынса 30 проценты), – тине ул.

Вице-премьер республика халҡы был сарала әүҙем ҡатнашыр тип ышана. Буласаҡ етештереүселәр исемлеге әленән булдырыла башлаған.

Яҡшы йылдарҙа республикала картуфтың тулайым йыйымы 700 мең тоннаға тиклем һәм йәшелсәнеке 300 мең тоннанан ашыуға етә. Шуның 370 мең тонна картуфы халыҡтың үҙенә, 180 мең тоннаһы – орлоҡҡа һәм 150 мең тоннаһы һатыуға сығарылырға тейеш. Бөгөн кешеләр үҫтергән йәшелсәләрҙең барыһы ла тиерлек үҙҙәре ҡулланыуға китә. Алдан тәҡдим ителгән дәүләт ярҙамы саралары халыҡтың йәшелсә етештереүе һәм һатыуы үҫешенә килтерәсәк тип көтөлә.

Икенсе йүнәлеш – бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү милли проекты сиктәрендә халыҡ хужалыҡтары өсөн йәшелсә һәм картуф һатып алыуҙы аванслау. Эшкәртеүсе һәм үҙмәшғүл араһында “Агроконтракт” төҙөлә. Үҫтерелгән продукцияны һатҡандан һуң, дәүләт эшкәртеүсенең үҙмәшғүлгә орлоҡ һатып алыу сығымының 50 процентын ҡаплай (бер эшкәртеүсегә биш миллион һумдан күберәк түгел).

Өсөнсө йүнәлеш – баҡсасылыҡ ширҡәттәре эсендә тейешле инфраструктура булдырыу. Был маҡсатҡа өлгәшеү өсөн ведомство баҡсасылар ширҡәте булған 32 муниципалитет менән хеҙмәттәшлек итә.

Бөгөн республикала 550 меңдән ашыу ғаилә баҡса участкаларына эйә һәм 1489 коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәте теркәлгән. Ширҡәттәр һаны буйынса республика Рәсәйҙә етенсе урында тора. 80 проценттан ашыу коммерцияға ҡарамаған баҡса Өфө (йәки 1025 ширҡәт) һәм Стәрлетамаҡ (178 баҡса) агломерацияларында урынлашҡан. 

Фото: ufatime.ru

Автор:
Читайте нас: