Даирә
+15 °С
Облачно
Көнүҙәк
23 Июня 2022, 04:58

Районда эске туризмды үҫтереү хәле нисек?

Уҙған аҙнала район хакимиәтендә үткәрелгән районда туризмды үҫтереү буйынса кәңәшмәне район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитик бүлеге начальнигы Рушания Хәмәтғәлимова бик йәнле һәм аныҡ итеп алып барҙы.

Районда эске туризмды үҫтереү хәле нисек?Районда эске туризмды үҫтереү хәле нисек?
Районда эске туризмды үҫтереү хәле нисек?

Унда шулай уҡ муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева, эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәсил Исламов, район мәҙәниәт һарайы начальнигы Виктория Мөхәмәҙиева, тыуған яҡты өйрәнеүсе Резеда Әхтәмова, Ҡабаҡ ауылының хәрби-патриотик клуб етәксеһе Зәки Бикбаев, Чугункин исемендәге мәктәптең география уҡытыусыһы Илнур Йосопов, тәбиғи ҡомартҡылар урынлашҡан ауылдар биләмәләре башлыҡтары һәм әүҙем йәмәғәтселәр ҡатнашты.
Рушания Фридон ҡыҙы сараны асып: - Районыбыҙҙа башҡа райондар менән сағыштырғанда, тәбиғәт ҡомартҡылары һәм тарихи урындар әллә ни күп булмаһа, улар бар. Тик уларҙы ситтән килгән туристарҙы йәлеп итерлек һәм ҡыҙыҡһындырырлыҡ итеү өсөн эшләнәһе эштәр байтаҡ. Бөгөн ошо хаҡта фекерҙәрҙе уртаға һалып һөйләшһәк ине, - тип барлыҡ йыйылыусыларҙы йәнле һөйләшеүгә саҡырҙы.
- Беҙ ҙә Рәсәйҙә һәм республикала барған район биләмәһендә эске туризмды үҫтереү программаһында ҡатнашырға ҡарар иттек. Районыбыҙ ҡалаға яҡын урынлашҡанға күрә, туристик потенциалыбыҙ ҙа юғары. Мәҫәлән, Зәңгәркүл йыл әйләнәһенә күп һанлы туристарҙы йәлеп итеүҙән тыш, Һыуыҡ Шишмә ауылында сыуаш тарихи-мәҙәни үҙәге, Авксентий Юртовтың тыуған төйәге булған Илтерәк ауылында храм, тарихи-этнографик зал, Шайморатов ауылында данлыҡлы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың музейы, күргәҙмә залы, 3D кинозалы, батырҙың һәйкәле урынлашҡан мемориал-паркы, Ҡырмыҫҡалы ауылында Еңеү паркы, скверҙа урынлашҡан әсә һәм балаға һәйкәл, Мирсәйет Солтанғәлиевтың бюсты, Ҡарлыман ауылындағы Шәриф Бикҡол музейы, Ибраһим ауылындағы Мөхәмәтсәлим музейы, Иҫке Ҡыйышҡы ауылында С.Т. Аксаковтың музейы, боронғо биналар – ике земский мәктәп, Харитонов особнягы, Иҫке Муса ауылы биләмәһендәге Ляуданских тирмәне һәм башҡа тариха урындарға сәйәхәттәр туристарға ҡыҙыҡлы булыуында шик юҡ, - тип таныштырҙы райондың туристик торошо менән Виктория Риф ҡыҙы.
Ҡатнашыусылар мәктәп уҡыусылары, мөмкинлектәре сикләнгән балалар, өлкән йәштәгеләр өсөн шәфҡәтлелек сәфәрҙәре ойоштороу, шулай уҡ килгән туристар өсөн иҫтәлекле сувенирҙар булдырыу, үлән сәйҙәре менән сәй эсеүҙе ойоштороу, уңайлыҡтары булған автобустар кәрәклеге тураһында ҡыҙыу бәхәс алып барҙы.
Шулай уҡ иҫтәлекле урындар биләмәләренең ҡараулы булыуын, уларҙың тарихи атамаларын аңлатып яҙылған һәм QR-кодтар менән баннерҙар ҡуйыу, сағыу биҙәлешле брошюралар эшләү, экскурсоводтарҙы махсус курстарҙа уҡытырға ебәреү, маршруттарҙың оҙонлоғон һәм ваҡытын билдәләү тураһында ла аныҡ тәҡдимдәр яңғыраны.
Алла бойорһа, июль-август айҙарында районда туризмды үҫтереү буйынса эшсе төркөм ағзалары уйланылған маршруттар буйынса туристик юлдарҙы һынап ҡараясаҡ. Унан һуң мәктәп уҡыусылары һәм өлкән быуын вәкилдәре сәйәхәткә саҡырыласаҡ.
Районда туристик маршруттар яйға һалыныр, улар күп һанлы туристарҙы йәлеп итер һәм туризм өлкәһендә эшмәкәрлек алып барыусы эшҡыуарҙар өсөн дә файҙалы булыр, тип ышанабыҙ.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас