Даирә
+2 °С
Ясно
Көнүҙәк
16 Июня 2022, 10:18

Ни эшләп йөрөйҙәр икән йәки ҡоймаһыҙ йорт буламы?

Ни эшләп һыйырҙар урам буйлап йөрөй? Улар бит беҙҙең баҡсаларыбыҙҙы, сәселгән түтәлдәребеҙҙе тапай, хатта, йыуып элгән кейемдәребеҙҙе йыртып китә. Берәҙәк эттәр ишек алдынан аяҡ кейемдәрен алып китеп аптырата ине, хәҙер уларға бына һыйырҙары өҫтәлде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ни эшләп йөрөйҙәр икән йәки ҡоймаһыҙ йорт буламы?Ни эшләп йөрөйҙәр икән йәки ҡоймаһыҙ йорт буламы?
Ни эшләп йөрөйҙәр икән йәки ҡоймаһыҙ йорт буламы?

Яҙ етеп, бар донъя йәшеллеккә күмелгән мәлгә бар донъя ҡыуана, әлбиттә. Тик был осор кемдәрҙеңдер кәйефен ныҡ боҙа, борсоуға һала. Һүҙебеҙ урамдарҙа контролһеҙ йөрөгән йорт хайуандары тураһында бара. Ҡыҙғанысҡа, беҙҙең район үҙәгендә йәшәүселәр ҙә был проблеманан азат түгел. Урамдарҙа рәхәтләнеп үлән утлап йөрөүсе малҡайҙар йорт алдарындағы үҫентеләрҙе тапай, ашап та китә. Шулай уҡ хужаһыҙ йөрөгән йән эйәләре юлдарға сығып, авария хәүефе булдырыуы ла бар. Бигерәк тә төндә юлда йөрөгән малдар ҡурҡыныс тыуҙыра.

Ишеткәнһегеҙмелер-юҡмылыр, былтыр Белорет районының хакимиәт башлығы хужаһыҙ урам гиҙгән малдар менән бәйле проблеманы бер нисек тә хәл итеп булмағас, аптыраған көндән малдар өсөн “штрафстоянка” төҙөтөргә мәжбүр була. Халыҡтан килгән бөтмәҫ-төкәнмәҫ ялыуҙар уны был аҙымға барырға этәргән. Ул “штрафстоянка”ла мал-тыуарҙы ашатып-эсереп, хужаһы табылғансы тоталар. Һуңынан был мал эйәләренә арыу ғына штраф сәпәйҙәр. Ярай, быныһы Белорет районы хәлдәре. Беҙҙең район үҙәгендә йәшәүселәр ҙә урам буйлап йөрөгән һыйырҙарҙан, һарыҡ-кәзәләрҙән ваз кисә. Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә белмәйенсә, кемдер ишетер, күрер тигән өмөттә улар был турала интернет селтәре аша мөрәжәғәт итә.   

- Ни эшләп һыйырҙар урам буйлап йөрөй? Улар бит беҙҙең баҡсаларыбыҙҙы, сәселгән түтәлдәребеҙҙе тапай, хатта, йыуып элгән кейемдәребеҙҙе йыртып китә. Берәҙәк эттәр ишек алдынан аяҡ кейемдәрен алып китеп аптырата ине, хәҙер уларға бына һыйырҙары өҫтәлде. Ауыл советына шылтыраттым, иртәгә шылтыратырһығыҙ, тип кенә яуап бирҙеләр. Бындай проблема бер мине генә борсомайҙыр моғайын? – тип саң ҡаға Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Гөлназ Сәхәүетдинова.

Уның был яҙмаһына яуап биреүселәр бик күп кенә. Кемдәрҙер Гөлназға теләктәшлек белдергән, ҡайһылары, киреһенсә, мал хужалары яҡлы. Түбәндә ҡайһы бер яуаптарҙы дөйөмләштереп бирәбеҙ:

- Урамда йөрөгән һыйырҙар балаларҙы һөҙөүе лә бар бит. Шуға күрә мал ҡарауһыҙ йөрөргә тейеш түгел. Бында, әлбиттә, мал ғәйепле түгел, ә хужалары бошмаҫ, улар яуап тоторға тейеш.

- Ҡайһы берәүҙәр тик үҙҙәре тураһында ғына уйлайҙар шул. Бына Чехов урамында бер көтөү һарыҡтар көндәр буйы урам гиҙә. Көтөүһеҙ йөрөгән мал өсөн хужалары штраф түләргә тейеш. Етмәһә, ул мәхлүктәрҙән һуң йорт алдары тиҙәк менән тула.  

- Өсөшәр ҡатлы йорт төҙөргә беләләр, ә участкаларын кәртәләп ҡуя алмайҙар. Ауылда йәшәгәс ни, мал йөрөр инде ул. Ул ниндәй мода китте: тәүҙә йорт һалалар, аҙаҡ ҡына кәртәләйҙәр. Мал ғына түгел, ә насар кешеләр ҙә кереп йөрөүе бар бит. Ҡоймаһыҙ йорт булмай инде ул. Тәүҙә кәртәләргә, шунан ғына йорт һалырға тигән закон сығарһалар шәп булыр ине.

- Мал көтөүгә йөрөргә тейеш, ә урам буйында түгел. Ғүмер буйы ауылда кеше мал көтә, тик улар бер ҡасан да урам буйлап йөрөмәй. Ә бында, район үҙәгендә, мал рәхәтләнеп урам гиҙә. Йорт алды матур булһын тип, әллә күпме аҡса түгеп, урам яҡтан сәскәләр, ағастар ултыртабыҙ, әммә уларҙы мал ашай ҙа китә.

- Кемдәрҙер кредитҡа, ипотекаға аҡса алып йорт төҙөй һәм шуны 20 йыл буйы түләргә тура киләсәк. Ә инде мохтаждарға участка бушлай бирелә. Шуға күрә күптәрҙең йорт алдын кәртәләргә аҡсаһы ла юҡтыр. Йәшәр өсөн кешегә ашарға ла кәрәк бит әле, шуға улар нисек булһа ла баҡса үҫтерергә тырыша.

- 20 йыл тирәһе элек район үҙәгендә һәр бер йортта тиерлек мал булды. Ул саҡта халыҡ та икенсе ине. Хәҙер ауылда 3-4 һыйыр йөрөй, тик кешеләр үҙҙәрен Мәскәүҙә йәшәгән кеүек тота, аптырарһың.

  Был проблеманы күтәреүсе Гөлназ Сәхәүетдинова менән бәйләнешкә сыҡтыҡ.

- Ауыл советына шул мәсьәлә менән шылтыраттым. Иртәгә яуап бирербеҙ тинеләр ҙә оноттолар, яуап булманы – тине ул беҙгә.

Ҡырмыҫҡалы ауыл советына үҙебеҙ шылтыратып ҡараныҡ. Унда беҙгә:

- Көтөүлек өсөн урындар бар. Мал көтөүселәр күмәкләшеп йыйылышып электр көтөүсеһе алып ҡуя алалар. Халыҡҡа даими рәүештә әйтеп, аңлатып торабыҙ. Әлеге көндә хакимиәт комиссияһы был проблема өҫтөндә эшләй, тикшерә. Урамдарҙа көтөүһеҙ йөрөгән мал хужаларына 1 мең һумдан алып 3 мең һумға тиклем штраф һалынасаҡ. Ҡабаттан хоҡуҡты боҙған осраҡта административ штраф күләме арта барасаҡ, - тип яуап бирҙе ауыл советы хакимиәте башлығы ярҙамсыһы Раиса Еремина.

Бына шулай, бер кем дә артыҡ аҡсаһы булғанлыҡтан мал тотмайҙыр. Шуға  мал-тыуарығыҙҙы ҡарауһыҙ урамға сығарып ебәрмәҫкә кәңәш итер инек.

 

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас