Даирә
+13 °С
Ясно
Көнүҙәк
23 Апреля 2022, 14:38

Күмәкләшеп башҡортса диктант яҙҙылар

Бөгөн райондың үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы хеҙмәткәрҙәре башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙҙы.

Күмәкләшеп башҡортса диктант яҙҙыларКүмәкләшеп башҡортса диктант яҙҙылар
Күмәкләшеп башҡортса диктант яҙҙылар

Быйыл башҡорт телендә иркен аралашҡан кешеләр өсөн тексты Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаев уҡыны. Башҡорт телен яңы өйрәнә башлағандар өсөн – “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе Мирас Рәшит улы Ишдәүләтов. Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған ҡатнашыусылар М. Гәрәев исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Гүзәл Рәсим ҡыҙы Нуриева етәкселегендә диктант яҙҙы.

Һәр ҡатнашыусының диктантты өйҙә үҙаллы яҙыу мөмкинлеге булды. Тамамлағас, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп (сканер аша үткәреп), 2022 йылдың 24 апреленең төнгө 23.59 сәғәтенә тиклем bashdictant2022@mail.ru электрон почтаһына йәки телеграм-ботҡа https://t.me/bash_dictant_bot ебәрергә кәрәк.

Диктантты онлайн режимда яҙыу мөмкинлеге булмаған осраҡта, тура эфирҙың видеояҙмаһын рәсми сайтта 2022 йылдың 24 апреленең 23.59 сәғәтенә тиклем (Өфө ваҡыты буйынса) ҡарарға мөмкин. Теләге булғандар эфирҙың ҡабатланыуын ҡарап та яҙа ала.

Бергәләп диктант яҙыу байрам кәйефендә үтте һәм ҡатнашыусыларға сертификаттар тапшырылды.

Гөлсәсәк Аласова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас