Даирә
+15 °С
Облачно
Көнүҙәк
12 Апреля 2022, 06:53

Башҡортостанда ташҡындың иң юғары кимәленә етеү ваҡыты билдәле булды

Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров төбәктә ташҡындың иң юғары нөктәһенә етеү ваҡытын әйтте.

Башҡортостанда ташҡындың иң юғары кимәленә етеү ваҡыты билдәле булдыБашҡортостанда ташҡындың иң юғары кимәленә етеү ваҡыты билдәле булды
Башҡортостанда ташҡындың иң юғары кимәленә етеү ваҡыты билдәле булды

«Башгидрометүҙәк һәм эксперттар баһаһы буйынса, ташҡындың иң юғары кимәлен апрелдең өсөнсө декадаһында көтәбеҙ, — тине Фәрит Ғүмәров. — Шунан һуң һыу тулыһынса кәмей башлай».

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «кешеләрҙе бәлә менән яңғыҙ ҡалдырмаҫ» өсөн хәлде күҙәтеп барырға ҡушты.

«Бурысығыҙ —  хәүефте иҫкәртеү, ә һуңынан бөтөрөү түгел»,— тип билдәләне республика етәксеһе.

Хәбәр ителгәнсә, Өфөлә Дуҫлыҡ монументы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһында боҙ китә башланы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-04-11/stali-izvestny-sroki-pika-pavodka-v-bashkirii-2764449

Автор:Ксения Калинина
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас