Даирә
+21 °С
Облачно
Көнүҙәк
7 Июля 2021, 10:06

Ҡыҙыл сөгөлдөрҙөң файҙаһы бик ҙур

Халыҡ медицинаһында ҡыҙыл сөгөлдөрҙө мең төрлө сиргә дауа, тиҙәр. Уның дауалау рецептары бик күп.

Йодтың күплеге буйынса сөгөлдөр башҡа йәшелсә араһында беренсе урындарҙың береһен биләй. Шуға ла сөгөлдөрлө ризыҡ атеросклероз менән яфаланыусыларға файҙалы. Сей сөгөлдөр һутын матдәләр алмашын яҡшыртыу өсөн һәм организмды нығытыусы сара булараҡ эсергә тәҡдим ителә. Бешкән сөгөлдөр гипертония сирҙәренән дә файҙалы, сөнки унда ҡан баҫымын төшөрөүсе магний күп.
Халыҡ медицинаһында, ҡан баҫымы юғары булғанда һәм тынысландырыусы сара булараҡ, яртылаш бал ҡушылған сөгөлдөр һуты эсәләр ( көнөнә 3-4 тапҡыр яртышар стакан).

Тымау төшкәндә, бешкән сөгөлдөр һуты менән танау эсен сайҡаталар.

Ангинаны дауалау өсөн дә бик уңайлы ул. 1 ҡыҙыл сөгөлдөрҙө ваҡ ҡырғыстан ҡырырға. 1 стакан массаға 1 ҡалаҡ 9 процентлы аш һеркәһе өҫтәргә. Был ҡатнашманы ҡараңғы урынға ҡуйып 4 сәғәт тоторға. Аҙаҡ ҡалын туҡымаға һалып һығырға. Ҡуйы массаһын ташларға, ә һыуы менән 2,5 сәғәт һайын тамаҡты сайырға.


Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: pixabay.com сайтынан


  • Автор:Гульчачак Алачева
    Читайте нас