Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
25 Май 2021, 09:14

Ҡояштан һаҡлаусы кремдар кәрәкме-юҡмы?

Мотлаҡ кәрәк, ти табиптар. Тиу уларҙы нисек һайларға?

Мотлаҡ кәрәк, ти табиптар. Ул ҡояштың ультрафиолет нурҙары тәьҫиренән тирене яныуҙан һаҡлау менән бергә, ҡартайыуҙан да - һығылмалыҡ юғалыуҙан, һырҙар, тимгелдәр барлыҡҡа килеүҙән дә һаҡлай.
Нисек һайларға? Тюбиктың тышында SPF яҙыуы эргәһендә 30-ҙан 50-гә тиклемге һандар күрһәтелгәнен алыу отошло. SPF ни тиклем юғары, шул тиклем яҡшыраҡ. Йәйге ҡояшлы көндәрҙә кремды алдан, йәғни ҡояшҡа сығырҙан 15-30 минут алдан һөртөү яҡшы һөҙөмтә бирә, ул һеңеп өлгөрөргә тейеш. Кремды биткә генә түгел, бөтә асыҡ урындарға - ҡолаҡ, муйын, ҡулдарға һ.б. һыларға кәңәш ителә. Күпмелер ваҡыттан крем тирегә ныҡлап һеңгәс, ул һөҙөмтәлелеген юғалта башлай, шуның өсөн ике сәғәт һайын тирене таҙартып, яңынан һөртөп тороу һөҙөмтәле. Бигерәк тә һыуға инеүселәрҙә, спорт менән шөғөлләнеүселәрҙә уның тәьҫире 40- 80 минутҡа тиклем генә етә.
Һаҡлаусы кремды ҡояшһыҙ көндәрҙә лә ҡулланырға кәрәк, сөнки болот аша ла ультрафиолет нурҙары үтеп, тирегә кире тәьҫир итеү көсөнә эйә. Зарарлы нурҙарҙан һаҡланыуҙы башҡа аксессуарҙар ярҙамында ла көсәйтергә, мәҫәлән, киң тирәсле эшләпә, ҡояштан һаҡлаусы күҙлек кейергә, онотмаҫҡа кәрәк.
Фото:it.depositphotos.com
Автор: Аклима Гизатуллина.
Читайте нас: