Даирә
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
3 Май 2021, 17:36

Һәм тағы ла йәш ирҙәр һәләк булды...

Кисә иртә менән генә ҡот осҡос яңылыҡ тураһында хәбәр иткәйнек: Әбйәлил районында таң менән автомобиль аварияһында өс йәш ирҙең ғүмере өҙөлгәйне. Һәм бына тағы ҡурҡыныс хәбәр. Йәнә авария, йәнә йәш ирҙәр...

Авария кисә көндөҙ 12 сәғәттәр тирәһендә Тәтешле районында була. Емерелеп бөткән ВАЗ-2106 машинаһын Үрге Тәтешле - Вязовка юлының 4-се километрында табалар. Урынға шунда уҡ полиция саҡыртыла. Улар автомобиль эсендә ике ир кешенең кәүҙәһен таба. Уларға 28 һәм 29 йәш булған.
ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был ваҡиға буйынса тикшереү башланған. Улар аварияның сәбәбен һәм кешеләрҙең нилектән үлгәнен асыҡларға тейеш.
Хөрмәтле автоһәүәҫкәрҙәр! Күренеүенсә, оҙайлы ялдар бик күңелһеҙ хәбәрҙәр менән башланды. Көн һайын әллә нисә кеше республика юлдарында һәләк була. Насар статистиканы тулыландырмҫ өсөн, әйҙәгеҙ, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәйек. Тиҙлекте арттырмау, хәүефһеҙ дистанция һаҡлау шарт. Һәм иң мөһиме иҫерек килеш рулгә ултырмағыҙ! Байрамдар имен үтһен.
Фото: ЮХХДИ.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас