Даирә
-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
20 Апрель 2021, 16:11

Ҡытай ҙа, Төркиә лә беҙҙең шәкәрҙе ашай

Башҡортостандың аграр сәнәғәт комплексының экспорты былтыр 177,7 миллион долларға етте. Был, 2019 йыл менән сағыштырғанда, 65 миллион долларға күберәк. Ошо хаҡта күптән түгел республика Хөкүмәте кәңәшмәләренең береһендә вице-премьер, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе.

Республиканың ауыл хужалығы продукцияһы буйынса иң ҙур экспортерҙары сафында – Күмертауҙың “Элеватор” йәмғиәте, Шишмә шәкәр заводы һәм Шишмә май һығыу заводы.

Беҙҙең төбәктән донъя баҙарына киткән продук­цияның төп өлөшө – 53,8 проценты – май аҙыҡтарына тура килә. Ун биш проценты – аҙыҡ һәм эшкәртеү сәнәғәттәре продукцияһы. Артабан май орлоғо, спирт, мал аҙығы һәм иген культуралары килә. Бынан тыш, былтыр республика сит илдәргә дөйөм суммаһы 195 мең доллар булған 47,5 тонна бал һатты.

– “Башҡортостан Респуб­ли­каһы аграр сәнәғәт комплексы продукцияһы экспорты” төбәк проектының был­тыр­ғы маҡсаты 115 миллион долларлыҡ табыш тип бил­дәләнгән, беҙ уны байтаҡҡа уҙып киттек, – тине Илшат Фәзрахманов. – Быйылғы 28 мартҡа ҡарата Башҡорт­ос­тан ситкә 56,3 миллион дол­ларлыҡ продукция оҙат­ты. 2024 йылға ошо күр­һәткес 230 миллион дол­ларға етер тип план­лашты­рабыҙ. Шуны­һы ла иғтибарға лайыҡ: экспорт­тың структу­раһы үҙгәрә, унда өҫтәмә ҡиммәте юғары булған продукция өлөшө арта башланы.

Экспортерҙарға Башҡорт­остандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәү­ләт комитеты, Рәсәй Экспорт үҙәгенең Өфөләге филиалы һәм Башҡортос­тандың Экспорт­ҡа ярҙам үҙәге әүҙем ярҙам күрһәтә. Былтыр, мәҫә­лән, республика предприятиелары логис­тикаға киткән сығымдың 141 миллион һумына компенсация алған, бынан тыш, майлы культуралар етештереүҙе арттырыуға 24 миллион һумлыҡ субсидия бирелгән.

Һөҙөмтәлә быйылғы йыл башынан Шишмә май һығыу заводынан Ҡытайға контей­нерҙар менән 2,7 мең тонна рапс майы оҙатылған. “Татлы ризыҡтар фабрикаһы” сауҙа йорто Төркиәгә, Иран­ға һәм Ираҡҡа кондитер ри­зыҡтары һатыу буйынса килешеүҙәр төҙөгән. Баш­ҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә умар­тасылыҡ продукцияһы партияһын оҙатырға әҙер­ләнә.
Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН
Читайте нас