Даирә
+21 °С
Облачно
Көнүҙәк
20 Апреля 2021, 09:05

Ғәҙеллеккә бер аҙым

Март айында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары оператив рәүештә һуғыш балалары тураһында законды ҡабул итте. Башҡортостан Башлығы, күптән көтөп алынған мөһим ҡанунды әҙерләүҙә уларҙың әүҙем ҡатнашыуын, оҙаҡҡа һуҙмай ҡабул итеүен билдәләп, рәхмәт белдерҙе. “Әлегә уға күп аҡса һалынмаһа ла, эштең башланыуы үҙе үк яҡшы һәм дөрөҫ аҙым” икәнлегенә баҫым яһалды.

Еңеүгә индергән өлөштәре баһалана

Власть был закондың ҡабул ителеүен “ғәҙеллекте тергеҙеүҙә бер аҙым” тип иҫәпләй. Әлегә бер тапҡыр түләнәсәк түләүҙәр суммаһы билдәле түгел. Документҡа ярашлы, һуғыш балаларына айырым статус бирелә һәм ярҙам саралары ҡарала.

Башҡортостанда был категорияға ҡарағандар 189 меңдән ашыу. Шуларҙың 13 меңенең бер ниндәй льготаларҙан, социаль ярҙам сараларынан файҙа­ланмауы билдәле. Улар өсөн республика бюджетынан бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр ҡарала, стационар социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларына юлламалар менән тәьмин итеү планлаштырыла. “Башҡортостан Республикаһында һуғыш балалары тураһында”ғы законға ярашлы, 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклемге осорҙа тыуған граждандар социаль ярҙам сараларынан файҙаланасаҡ. Һуғыш балаларына танытмалар тапшырыласаҡ. Закон быйыл май айында үҙ көсөнә инә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был закон илебеҙҙең ҡайһы бер төбәктәрендә ғәмәлгә ингән дә инде. Мәҫәлән, Мәскәүҙә уны былтыр ноябрь айында ҡабул иттеләр. Рәсәй Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәйҙә 13 миллион тирәһе пенсионер һуғыш балалары категорияһына ҡарай. 20 төбәктә ҡабул ителгән закондарға ярашлы, һуғыш балалары айлыҡ пособиелар ала. Дәүләт Думаһының ҡайһы бер депутаттары фекеренсә, был статусты билдәләүҙә федераль кимәлдәге аныҡ закон базаһының юҡлығы төрлө төбәктә йәшәгән граждандар өсөн тигеҙ булмаған шарттар тыуҙыра. Федераль кимәлдәге закон проекты өҫтөндә эшләгән белгестәр торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәрҙе компенсация­лауҙы ла тәҡдим итә.

Һуғыш балалары тураһындағы закон проекты 2006 йылда уҡ Дәүләт Думаһына ҡарауға тәҡдим ителгәйне. Уның бер нисә вариантын Коммунистар партияһы һәм “Ғәҙел Рәсәй” депутаттары индереүе билдәле. Аҙаҡҡы тапҡыр ул 2019 йылдың июнендә яңынан тәҡдим ителде һәм Хөкүмәт тарафынан кире ҡағылды. Төп сәбәптәре билдәле инде: илдә иҡтисади хәлдең ҡатмарлы булыуы, аҡса юҡлығы, федераль кимәлдә льготалар ҡаралғанлыҡтан, яңы льготалы статустың индерелеүе менән ризаһыҙ­лыҡ тыуыуы, шуға күрә әлегә федераль кимәлдә был закондың ҡабул ителеренә ышаныс аҙ. Эйе, һуғыш балалары, фронтта ҡорал тотоп, дошманға ҡаршы көрәшмәне, әммә дәһшәтле дәүерҙең бөтә ауырлығын – аслыҡ-яланғаслыҡты, юғалтыуҙарҙы кисерҙе, уларға бәхетле бала саҡ тәтемәне. Башҡортостанда ҡабул ителгән яңы закондың, уларҙың статусын билдәләп, Еңеүгә һәм илде тергеҙеүгә индергән өлөшөн баһалауы, өлөшләтә булһа ла матди ярҙам күрһәтеүе, ысынлап та, ғәҙеллеккә табан бер аҙым буласаҡ.

Ветерандарҙың фекере нисек?

– Ҡатмарлы заманда йәшәүебеҙгә ҡарамаҫтан, республикала һуғыш балаларына айырым статус биреү мәсьәләһе ҡуҙғатылды. Ниһайәт, аслыҡ һәм яланғаслыҡты иңендә күтәргән, бала саҡтан мәхрүм ителгән быуын айырым льготаларға һәм түләүҙәргә дәғүә итә аласаҡ. Бик ауыр дәүерҙе үткәрергә яҙҙы. Бәрәңге ҡабығы ла алтынға бәрәбәр саҡ ине. Бала саҡтың тәме шулай иҫтә ҡалған. Уға һирәк-мирәк икмәк ҡушыла, – тип хәтерләй ул мәлдәрҙе Лира Дәүләтова.

Һуғыш башланғанда уға ике генә йәш була, ғаилә Ленинград өлкәһендә йәшәй. Атаһы фронттан әйләнеп ҡайтмай. “Мин һаман да йәшендән ҡурҡам, ул миңә дәһшәтле һуғышты хәтерләтә. Төн буйы сиратта торғанымды, мәле килеп етте тигәндә, икмәктең бөтөүе бөгөнгөләй иҫемдә. Коммуналь хеҙмәттәр ҡиммәт, аҙыҡ-түлеккә лә хаҡтар артып тора, теләгән ризыҡты һатып алып булмай”, – ти ул. Ветеран әле лә балда-майҙа йөҙмәй. Яңы законға өмөтө ҙур, үҙе кеүек һуғыш афәттәрен татыған республикала йәшәгән 190 меңгә яҡын өлкән кешегә иғтибар артыуға шатлана.

“Өсөнсө йәш халыҡ университеты” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рафиҡ Хәйҙәров әйтеүенсә, был закон проекты барыбыҙ өсөн дә мөһим һәм кәрәк. Эштең башы аҡсала ғына түгел, тип иҫәпләй ул.

– Беҙ был мәсьәлә менән власть органдарына бер тапҡыр ғына мөрәжәғәт итмәнек. Һүҙ бит аҡса түләү тураһында ғына бармай. Республика етәксеһенең ҡултамғаһы менән открытка алыу ҙа – ололар өсөн ҙур шатлыҡ. Һуғыш балаларының күбеһе 80 йәште уҙҙы. Уларҙың ғүмерен фиҙакәр хеҙмәт батырлығына тиңләргә була. Һуғыш ваҡытында станок янында, баҫыуҙа эшләнеләр, аҙаҡ илде тергеҙеүгә көс һалдылар. Ни өсөн тап ошо кешеләр бөгөнгәсә иғтибарҙан, дәүләт ярҙамынан мәхрүм?!

Һуғыш арҡаһында күптәре белемһеҙ ҡалды, сәләмәтлектәрен, туғандарын юғалтты. Уларға иғтибар бирер ваҡыт етте, тип иҫәпләйем. Беҙ әлеге ваҡытта Бөйөк Ватан һуғышы осоронда етем ҡалған кешеләрҙең исемлеген төҙөйбөҙ. Был тарих, йәш быуын өсөн, илһөйәрлек тәрбиәләү хаҡына әһәмиәтле, бала­ларыбыҙ был турала белергә һәм иҫтә тоторға тейеш.

Заманында дәүләт арбитражы арбитры булып эшләгән, һөнәре буйынса юрист Наилә Ғизетдин ҡыҙы Үзбәкова һуғыш осоронда биш-алты йәшлек кенә бала була. Ағайҙарының береһе яу яланында ятып ҡала. 11 һәм 9 йәшлек ике ағаһы колхоз эштәренә егелә. Кесе ағаһы – хисапсы, хеҙмәт көндәрен иҫәпләп бара. Кәрәк саҡта ер һөрөүсе, утын ташыусы, билсән утаусы ла улар.

– Йылғала боҙ киткән осорҙа уҡ ер һөрөү эшенә тотоналар. Мин бәләкәй генә булһам да, уларға ашарға йомортҡа бешереп, ҡайнар һыу алып барғанымды хәтерләйем. Әҙәм сыҙамаҫлыҡ шарттарҙа йәшәһәк тә, шул тиклем белем алыуға ынтылыш көслө ине. Рус телен белмәгәс, Белореттағы йәки Троицкиҙағы педагогия училищеһына барыу мөмкинлеге юҡ, ә уҡығы килә! Ҙур тырышлыҡ менән Темәс педагогия училищеһына уҡырға инеп, белемле булдыҡ, тик күптәр был мөмкинлектән мәрхүм ҡалды.

Республикала һуғыш балалары тураһындағы закондың ҡабул ителеүенә шатмын, әлбиттә. Һуңғараҡ ҡалып ҡабул ителһә лә, уның уң булыуын теләйем. Ололарға аҡсаһы ла, дәүләт тарафынан иғтибары ла кәрәк. Минең ҙур теләгем бар: ошо ауыр һуғыш йылдарында заводтарҙа, баҫыуҙарҙа эшләгән үҫмерҙәр иҫтәлегенә һәйкәл булдырыу. Тарихи хәтерҙе нығытыу, Еңеүҙең халҡыбыҙ өсөн ни тиклем ҡиммәткә төшөүен аңлау өсөн кәрәк ул, – ти Наилә Ғизетдин ҡыҙы. Ул редакцияға элек үҙенә бүләк ителгән иҫтәлекле “Һуғыш балалары” миҙалын да тағып килгән.

Ғүмер буйы йәмәғәт эшендә егелеп, халыҡ менән аралашып йәшәгән 89 йәшлек Ләлә Ғибаҙулла ҡыҙы Бейеше­ваның фекерен дә тыңлайыҡ.
– Һуғыш ваҡытында фронт, Еңеү өсөн эшләгән кешелә хеҙмәт көндәрен раҫлаған ҡағыҙ, документ йыйыу ҡайғыһы булманы. Өлкәндәр “таяҡҡа” эшләне, балаларҙың хеҙмәте бөтөнләй иҫәпкә алынманы, шуға күрә хәҙер өлкәнәйгән быуындан уның һуғыш осоронда ҡайҙа, кем булып эшләгәнен раҫлаған дәлилдәр талап итеү – мәғәнәһеҙлек, тип иҫәпләйем.

Беҙ, ете-һигеҙ йәшлек бала-саға, уйнап үҫмәнек, әсәйҙәргә һарай һылауҙа ярҙам итеү өсөн балсыҡ баҫтыҡ, баҫыуҙа башаҡ йыйҙыҡ, ҡулдар һыҙырылғансы сүп утаныҡ, ҡышын йөн теттек. 13-14 йәшлектәр заводтарҙа станок янына баҫты, йәшелсә базаларында эшләне. Һуғыш балалары тураһында закон ҡабул ителеүен хуплайым, уның ғәмәлгә ашырылыуына өмөт тотам. Ымһынып ҡына ҡалмаһаҡ ине... Күптән көтөп алынған закон ғәҙел булырға тейеш, – тине Ләлә Ғибаҙулла ҡыҙы.
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА
Читайте нас