Даирә
-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
16 Апрель 2021, 10:14

Талпандар баш ҡалҡыта

Гөрләп килгән яҙ миҙгелендә тәбиғәт менән бергә бар тереклек, шул иҫәптән кешенең сәләмәтлеге өсөн хәүеф тыуҙырған бөжәктәр ҙә уяна. Быйыл да, көндәр йылыныу менән, Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияларына талпан ҡаҙалған кешеләр мөрәжәғәт итә башланы.

Был бәләкәй генә бөжәк кешегә иҫ киткес ҙур зыян килтереүе ихтимал, сөнки ул талпан энцефалиты – баш мейеһен зарарлаусы вируслы сир сығанағы булыуы бар. Энцефалитлы талпандар айырыуса Себер һәм Алыҫ Көнсығыш төбәктәрендә йыш осрай, шулай уҡ Рәсәйҙең Европа өлөшөндә лә улар бар.
Ғәҙәттә, беҙ урманға барғанда, ҡырға сыҡҡанда талпан ҡаҙалыуҙан ҡурҡабыҙ. Ысынбарлыҡта был бөжәк, беҙ уйлағанса, кешегә ағастан һикермәй, улар башлыса үлән араһында, бейек булмаған ҡыуаҡлыҡтарҙа йәшәй. Шуға күрә талпан ҡаҙалыу хәүефе яҙғы-йәйге, йәғни уларҙың әүҙем осоронда күп урындарҙа – баҡсала, ялан-ҡырҙа, йылға буйында, хатта эшкәртелмәгән ҡала парктарында ла янай.
Күптән түгел халыҡ-ара тикшеренеүселәр төркөмө талпан энцефалитына ҡаршы яңы төр препараттар уйлап сығарыу мөмкинлеге барлығы хаҡында белдерҙе. Бындай тикшереүҙәрҙе Рәсәй ғалимдары ла уңышлы алып бара. Белгестәр сирҙе үткәргән һәм вакцина яһатҡан кешеләрҙең ҡанында булған 800 төрлө антиесемде тикшергән. Ғалимдар билдәләүенсә, VH3-48 тип аталған антиесемдәр вирусҡа башҡа “ҡәрҙәштәренә” ҡарағанда күпкә һөҙөмтәлерәк тәьҫир итә. Улар тәжрибә өсөн һайлап алынған сысҡандарҙы энцефалиттан бик һөҙөмтәле һаҡлаған. Был антиесемдәр сирҙең иртә стадияларында кимереүселәрҙе дауалауҙа ла яҡшы һөҙөмтәләр биргән. Шулай уҡ VH3-48 антиесемдәре талпандар аша йоҡҡан башҡа бер нисә төрлө вирусҡа ҡаршы тороу йәһәтенән дә ыңғай баһаланған.
Шуны ла билдәләргә кәрәк: VH3-48 бик һирәк осраған антиесемдәрҙән һанала. Тикшеренеүселәр уны вакцина яһатҡан кешеләрҙең ҡанында тапмаған, сирләүселәрҙә лә ул бик һирәк осрай икән. Әммә ғалимдар тап ошо VH3-48 антиесемен эшләп сығарыуға һәләтле вакцина уйлап таба ала. Ул бығаса ҡулланылған препараттарҙан күпкә һөҙөмтәлерәк буласаҡ, тип күҙаллана. Был вакцинаны һалдырған кешеләрҙең ҡанынан әлеге “тылсымлы” антиесемдәрҙе алып, талпан энцефалиты йоҡторған кешеләрҙе дауаларға мөмкин буласаҡ.
Тикшеренеүселәр хайуандар менән үткәрелгән тәжрибәләрҙән һуң яңылыҡты клиник шарттарҙа һынарға тотонмаҡсы. Әлеге йүнәлештә алып барылған тикшереүҙең һөҙөмтәләре “Journal of Experimental Medicine” баҫмаһында баҫылып сыҡҡан.
Ә шулай ҙа талпан ҡаҙалһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең лабораториялары Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Бөрө, Туймазы ҡалаларында урынлашҡан. Өфөләге төп лабораторияның адресы: Шәфиев урамы, 7-се йорт, белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 287-85-23.
Йәшәгән урынығыҙҙа лаборатория булмаһа, талпанды Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең яҡындағы филиалына йә иһә урындағы шәхси лабораторияға тапшырырға була.
Фото: nedvigdom.ru
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/764559
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас