Даирә
-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
16 Апрель 2021, 09:57

Премияға кемдәр дәғүә итер?

Башҡортостанда 2019 һәм 2020 йылдарға әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияларына эштәр ҡабул ителә башланы.

Премияға түбәндәгеләр дәғүә итә ала:
– сәнғәт һәм архитектура әҫәрҙәре (тәҡдим ителгәнгә тиклем кәмендә бер йыл алдан халыҡ иғтибарына сығарылған);
– әҙәби, әҙәбиәт һәм сәнғәт ғилеме әҫәрҙәре (матбуғатта баҫылып сыҡҡандан һуң);
– музыка, театр, һынлы, хореография, эстрада һәм цирк сәнғәте, дизайн, кино һәм телевидение өлкәһендәге әҫәрҙәр (концертта, күргәҙмәлә, театрҙа, радио һәм телевидение аша киң таныштырғандан һуң).

Ижади йәки башҡа коллективтарҙы тәҡдим иткәндә, дәғүә­се­ләр һаны биш кешенән (16 – 35 йәшлектәр) артмаҫҡа тейеш.

Эштәр 1 июлгә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, 24-се бүлмә, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының һәләтле йәштәргә һәм йәштәрҙең башланғысына булышлыҡ итеү бүлеге.

Кәрәкле документтар менән https://mmps.bashkortostan.ru/activity/24733/ һылтанмаһы буйынса танышырға мөмкин.


Автор: Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА.
Читайте нас