Даирә
+33 °С
Ясно
Көнүҙәк
16 Апреля 2021, 04:30

Бөгөн - Милли кейем көнө!

Милли кейем көнө 2020 йылдан башлап республика Башлығы Радий Хәбиров Указы буйынса үткәрелә. Республикабыҙҙа Милли кейем көнө йылына ике тапҡыр үткәрелә. Быйыл байрам 16 апрелдә һәм 10 сентябрҙә ойошторола. Әйҙәгеҙ, ошо байрам уңайынан комментарийҙарҙа милли кейемдә төшкән фотоларҙы һалайыҡ, дуҫтар!

Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы — тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған. Башҡорттоң иһә күңел байлығы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.
Читайте нас