Даирә
+29 °С
Ясно
Көнүҙәк
15 Апреля 2021, 10:52

Балалар дөрөҫ туҡланамы?

Сәләмәтлек һәм ғүмер оҙонлоғо туҡланыуға ла бәйле икәнен барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Дөрөҫ туҡланғанда организм кәрәкле витаминдар менән туплана, матдәләр алмашыныуы яҡшыра. Шуға ла ата-әсәнең төп бурыстарының береһе - сабыйын кесе йәштән үк дөрөҫ ашатыу, файҙалы аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирергә өйрәтеү.

Ҡайһы бер балаларҙың иртән бер шәшке сәй менән генә ҡәнә­ғәтләнеүе сер түгел. Тик өлкәндәр уларҙы иртүк туҡлыҡлы матдәләр алыу өсөн тейешенсә ашатыуҙы ғәҙәт итеп алырға тейеш. Иртәнге ашты үҙең аша, төшкө ашты иптәшең менән бүлеш, кискеһен дошманыңа бир, тигән һүҙҙәрҙе юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит.
Белгестәр әйтеүенсә, аҡһым һәм витаминдар организмда ет­мәһә, баланың уҡыуы буйынса өлгәшеүе насарая, дәрестәрҙә тиҙ арый. Дөрөҫ туҡланмау кәүҙә үҫеше процесы боҙолоуға һәм даими йоғошло ауырыуҙар элә­геүгә лә килтерә. Ҡоро-һары ашау балаларҙа гастрит, ҡалҡан биҙе ауы­рыуы, күҙ күреү наса­райыуы һәм башҡа хроник сирҙәргә кил­тереүенә сәбәпсе булыуы ихти­мал.
Ата-әсә туҡланыу өсөн бала­һына аҡса бирә. Тамағы туйһа, тәмле ашаһа, ярай, тип уйлап, ҡәнәғәт ҡала. Ә баланың ашаған ризығының файҙаһы тураһында уйланабыҙмы? Күп балаларҙың тәме буйынса ымһындырғыс ри­зыҡтарҙы яратыуы сер түгел. Улар ҡамырҙағы сосискаға, чип­сы­лар­ға, гамбургерҙарға өҫтөн­лөк бирә. Был аҙыҡтарҙың фай­ҙаһына ҡа­ра­ғанда зыяны ҙур. Йорт­тарҙа ла хәҙер төрлө тәм­ләткестәр ҡушып, артыҡ майлы, ҡыҙҙырылған аҙыҡ­­тар бешерергә яратыусылар, шу­лай уҡ атероск­лерозға кил­тергән майо­нез, сос­тавында кон­сер­ванттар күп бул­ған кетчуп менән дә мауы­ғыусылар бар.
Бала мәктәптә көндөң күп өлөшөн үткәрә. Хәҙер белем усаҡ­тарында туҡланыуға ҙур иғтибар бирелеүе һөйөнөслө. Уҡыу­сыларға юғары сифатлы аштар берҙәм меню буйынса бешерелә. Ҡыҙ­ғанысҡа, сәлә­мәтлеккә бик үк файҙалы бул­маған аҙыҡтар ашап тәр­биәләнгән бала мәктәп ашха­наһындағы аштарҙы үҙ итмәй...
Үҫкән организмға энергия күберәк китә, шуға ла уға ваҡы­тында бирелгән сифатлы аҙыҡ кәрәк. Улар аҙыҡ менән бергә фай­ҙалы матдәләрҙе лә ала. Алда әй­телгәнсә, дөрөҫ төҙөлгән туҡ­ланыу рационы баланың сәлә­мәтлегенә, кәйефенә, уҡы­уын­дағы уңыш­та­рына, организмдың үҫешенә, аҡыл эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә.
Ата-әсәләр туҡланыу режи­мын үтәп, балаларының сифатлы продукттар менән генә туҡ­ла­ныуын хәстәрләһә, күп проб­лемалар һәм сирҙәр булмаҫ.
Фәнил Гәрәев.
Т. Роза коллажы.
Читайте нас