Һәм 189 һуғыш инвалиды. Былтыр ошо ваҡыттағы һандарҙы ҡараһаҡ, уларҙың бик ныҡ кәмеүе күренә. Уларға иҫән саҡтарында тейешле иғтибар күрһәтергә кәрәк. Һәр бер ветеранға муниципалитет башлығы инә, ҡулын ҡыҫа, ярҙам итә ала, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе әҙерлек эштәрен бөгөндән башларға ҡушты. Хәҙерҙән обелисктар, һуғышта ҡатнашҡандар һәм ветерандар ерләнгән урындар төҙөкләндерелергә тейеш.
Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, быйыл Өфөлә Еңеү парады үтәсәк. Шулай уҡ Радий Хәбиров, коронавирусҡа бәйле хәлдәр тотороҡло булһа, “Үлемһеҙ полк” та үтәсәк тип ышаныс белдерҙе.
Фото: veteranrb.ru
Автор: Альфия Мингалиева.