Даирә
+21 °С
Облачно
Көнүҙәк
7 Апреля 2021, 10:32

Яңы ҡағиҙәләр ғәмәлгә инде

Мәғлүм булыуынса, ағымдағы йылдың 1 апреленән өс йәштән ете йәшкәсә тиклем балаларға түләнә торған

Мәғлүм булыуынса, ағымдағы йылдың 1 апреленән өс йәштән ете йәшкәсә тиклем балаларға түләнә торған пособиены алыу шарттары үҙгәрә. Ошо көндәрҙә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында яңы ҡағиҙәләр буйынса матбуғат конференцияһы үтте. Сарала Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлыҡтары, Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге, “Күп функциялы үҙәк” дәүләт автономиялы учреждениеһы вәкилдәре ҡатнашты.

Матбуғат конференцияһын асып, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Кабанова, айлыҡ аҡсалата түләү ҡағиҙәләре Рәсәй Президентының 2021 йылдың 10 мартында сыҡҡан 140-сы Указына ярашлы ғәмәлгә инә, һәм ул аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн күпкә анығыраҡ, адреслыраҡ буласаҡ, тип белдерҙе.

Яңы ҡағиҙәләрҙә ғаиләләрҙең мохтажлыҡ кимәлен комплекслы баһалау ҡаралған, ул үҙ эсенә граждандарҙың килемдәрен генә түгел, матди яҡтан тәьмин ителешен дә ала. Шул уҡ ваҡытта түләүҙе юллау ысулы әүәлгесә ябай булып ҡала: пособие алыу өсөн йә “Дәүләт хеҙмәте” порталында электрон ғариза яҙыу (Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге бүлектәрендә, филиалдарында ла алдан яҙылып, ғариза ҡалдырырға мөмкин), йә уны Күп функциялы үҙәктә ҡалдырыу фарыз.

Төрлө ведомство белгестәре яңы ҡағиҙәләрҙе аныҡлап үтте. Улар менән һеҙҙе лә таныштырабыҙ.

Иҫәп алгоритмы нисек үҙгәрәсәк һәм кем пособиены юғарыраҡ күләмдә аласаҡ?

Пособиеның быйылғы нигеҙ күләме – балалар өсөн йәшәү минимумының яртыһы йәки беҙҙең республика өсөн 5038,5 һум. Әгәр ҙә ошо түләүҙе алып та, ғаиләлә айлыҡ килемде йәшәү минимумынан арттырып булмай икән, түләүҙе бер бала өсөн 7557,75 һумға еткерәсәктәр. Әгәр был осраҡта ла дөйөм килем һәр ғаилә ағзаһы өсөн йәшәү минимумынан аҙыраҡҡа тура килә икән, түләү 10077 һум тәшкил итәсәк.

Мәҫәлән, Ивановтар ғаиләһендә биш кеше бар: ире, ҡатыны һәм өс бала. Уларҙың икәүһе – өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалар. Ғаиләнең айлыҡ дөйөм килеме – 30 мең һум. Ивановтар пособиеға ғариза яҙа. Ул нисек иҫәпләнәсәк, күләме ниндәй буласаҡ?

Республикала йән башына йәшәү минимумы 10 015 һум тәшкил итә. Иҫәпләү түбәндәгесә була: 40077 һум айлыҡ дөйөм килем (30 мең һум + 5038,5-әр һумдан балалар өсөн ике нигеҙ пособиеһы) биш ғаилә ағзаһына бүленә. Һөҙөмтәлә һәр кемгә 8015,4 һум аҡса тура килә. Ул йәшәү минимумынан түбән, шуға ла был осраҡта иҫәпләүҙең икенсе варианты ҡулланыла: балалар өсөн йәшәү минимумының 75 проценты түләнәсәк, ул саҡта һәр ғаилә ағзаһы өсөн килем күләме 9023,1 һум тәшкил итәсәк. Әммә был да йәшәү минимумынан аҙ, шуға ла ғаилә ике баланың һәр ҡайһыһы өсөн 10077 һум пособие аласаҡ.

Әлеге ваҡытта пособиены республикала 100 меңгә яҡын ғаилә ала. Әгәр ҙә уларҙың килемдәре элекке кимәлдә ҡалған һәм 45 мең самаһы тәшкил итә икән, улар һәр бала өсөн 10077 һум аласаҡ, 40 мең самаһы ғаилә 75 процентҡа – 7557,75 һум, 15 мең самаһы ғаилә 5038,5 һум пособиеға иҫәп тота ала.

Былтырғы һандарға килгәндә, был льгота менән республикала 107 мең ғаилә файҙаланған. Уларҙа өс йәштән ете йәшкәсә 137 мең бала тәрбиәләнә.

Был түләүҙәрҙең 88 проценты федераль ҡаҙнанан финанслана. 12 проценты республика иҫәбенә тура килә. Һандарға килгәндә, тап ошо пособиелар өсөн былтыр Башҡортостанда ете миллиард һум аҡса тотонолған, тип белдерҙе Ольга Кабанова.

Пособиеға эшләгән кешеләр генә дәғүә итә аламы?

Ғаилә килеме былай иҫәпләнә: ғариза биргән көндән алда үткән дүрт ай алып ташлана һәм унан алда булған бер йыл иҫәпкә алына. Мәҫәлән, һеҙ быйыл апрелдә ғариза бирҙегеҙ икән, тимәк, килемде 2019 йылдың декабренән 2020 йылдың ноябренә (был ай ҙа инә) тиклем иҫәпләйәсәктәр.

Йыл дауамында ғаиләләге һәр бәлиғ кеше рәсми килем алырға тейеш. Был түбәндәге сығанаҡтар булыуы ихтимал:
l рәсми эш хаҡы, шул иҫәптән граждан-хоҡуҡи килешеү нигеҙендә;
l шәхси бизнестан, шул иҫәптән үҙмәшғүллек менән шөғөлләнгәндәге килем;
l пенсиялар;
l стипендия.

Ғаиләнең ундай килеме булмауы бер нисә осраҡта пособие юллау өсөн кәртә була алмай. Мәҫәлән:
1. Ғаилә күп балалы һәм ата-әсәнең береһе балалар тәрбиәләү менән мәшғүл.
2. Ата йәки әсә бер үҙе генә баланы тәрбиәләй икән (уларҙың береһе йә вафат, йә эҙһеҙ юғалған, тип рәсми танылғанда).
3. Әсә йә ата декрет ялында өс йәшкә тиклемге баланы ҡараһа.
4. Кеше инвалидты йәки 80 йәше тулған оло кешене ҡараһа.
5. Ғаилә ағзаһына 23 йәш тулмаған һәм ул йә урта, йә юғары уҡыу йортонда белем алһа.
6. Ғаилә ағзаһы сирләһә һәм өс айҙан ашыу дауаланһа.
7. Кеше эш эҙләһә һәм мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә торһа.
8. Ғаилә ағзаһы хәрби хеҙмәттә булһа һәм демобилизациянан һуң килгән тағы өс ай иҫәпкә алына.
9. Кеше иркенән мәхрүм ителгән булһа һәм иректән сыҡҡандан һуң тағы өс ай иҫәпкә алына.

Ғаиләнең матди етешлеге нисек баһаланасаҡ?

Яңы ҡағиҙәләрҙә билдәләнеүенсә, пособиеға дәғүә иткән граждандарҙың килемдәре генә түгел, мөлкәте лә иҫәпкә алынасаҡ. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, был ярҙам адреслыраҡ була бара һәм ысынлап ауыр хәлдә ҡалғандарға йүнәлтелә тигән һүҙ. Шулай итеп, пособиеға ғариза биргән мәлдә түбәндәге мөлкәте булған кешеләр түләмгә иҫәп тота ала:
l Фатир. Әгәр улар бер нисәү икән, һәр ғаилә ағзаһына 24 квадрат метрҙан да күберәк майҙан тура килергә тейеш түгел.
l Йорт. Әгәр улар бер нисәү икән, һәр ғаилә ағзаһына 40 квадрат метрҙан да күберәк майҙан тура килергә тейеш түгел.
l Автомобилдең двигатель ҡеүәте 250 ат көсөнән артмаҫҡа һәм ул биш йылдан “йәшерәк” булмаҫҡа тейеш.
l Трактор.
l Мотоцикл.
l Кәмә.
l Торлаҡ өсөн ҡулайлаштырылмаған бина.
l 25 сутыйҙан артмаған ер участкаһы.
l Дача.
l Гараж йәки машина урыны.

Әйтергә кәрәк, был исемлек буйынса ҡайһы бер пункттар 2022 йылдан иҫәпкә алына башлаясаҡ. Уларҙы ғариза яҙғанда аныҡлау зарур.
Матбуғат конференцияһында Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге етәксеһе Николай Калмацкий ғаризаның ҙур булыуын, һигеҙ өлөштән тороуын билдәләп үтте. Һорауҙарҙың һәр ҡайһыһына дөрөҫ һәм ентекле итеп яуап биреү фарыз, сөнки ведомство-ара хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә барлыҡ мәғлүмәттәр ентекле тикшереләсәк.

Мөһим аныҡлауҙар бар:
l Беренсенән, пособие юллағанда үрҙә телгә алынған һәр графалағы мөлкәттәрҙең хужаһы булырға мөмкин – был кәртә түгел. Миҫал өсөн, граждандың йорто ла, фатиры ла, дачаһы ла, кәмәһе лә, машинаһы ла бар, ти. Иң мөһиме, мөлкәте телгә алынған исемлектәге лимиттан артмаҫҡа тейеш.

l Икенсенән, фатир, йорт йәки ер участкаһы, әгәр улар күп балалы ғаиләгә социаль ярҙам программаһы нигеҙендә бирелһә, мөлкәт булараҡ иҫәпкә алынмаясаҡ.

l Өсөнсөнән, әгәр ғаилә күп балалы йәки унда инвалид кеше булһа, әгәр транспорт сараһы социаль ярҙам булараҡ бирелһә, ғаиләлә ике машина, мотоцикл һәм трактор бер юлы булһа ла ярай.

Пособиеға дәғүә иткән ғаилә яңы талаптарға тура килмәһә, ни эшләргә?

Ул саҡта һеҙ арттырылған пособиеға дәғүә итә алмаясаҡһығыҙ. Әммә шуныһы мөһим: бығаса ғариза биргән көндән бер йыл үткәнсе элеккесә түләүҙәрҙе аласаҡһығыҙ.

Мәҫәлән, һеҙ пособие алыу өсөн ғаризаны 2020 йылдың ноябрендә бирҙегеҙ һәм әлеге ваҡытта 4984,5 һум пособие килә икән ти. Хәҙер иһә, яңы шарттар буйынса тура килмәһәгеҙ (мәҫәлән, мөлкәтегеҙҙә фатир берәүҙән күберәк булһа), юғарыраҡ түләүгә иҫәп тота алмайһығыҙ, әммә 2021 йылдың ноябренә тиклем 4984,5-әр һум пособие алыуҙы дауам итәсәкһегеҙ.

Ғариза менән ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Документтар ағымдағы йылдың 1 апреленән ҡабул ителә башлай. Элеккесә ғаризаны түбәндәгесә бирергә мөмкин:
l “Дәүләт хеҙмәте” порталы аша;
l Күп функциялы үҙәктәрҙең теләһә ҡайһы бүлегендә;
l Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәгенең филиалдарында (йәшәү урыны буйынса) – фәҡәт алдан яҙылыу буйынса.

Тағы нимәләрҙе белеү мөһим?
l Арттырылған түләүҙәр ғариза биргән айҙан һуң киләһе айҙың аҙағында ғына киләсәк, һәм һеҙ ғинуарҙан уҡ һәр ай өсөн пособие аласаҡһығыҙ.
Мәҫәлән, һеҙҙең балаға дүрт йәш, ти. Апрелдә ғариза бирәһегеҙ, ә май аҙағында ғинуар, февраль, март һәм апрель өсөн дә ҡабаттан иҫәпләнгән пособие күсереләсәк. Әммә һеҙҙең балағыҙға өс йәш мартта тулды икән, ҡабаттан иҫәпләү марттан ғына башҡарыласаҡ.

l Түләүҙәр балаға өс йәш тулған көндән башлана һәм уға һигеҙ йәш тулған көндә тамамлана. “Тариф” көндәр буйынса бара, шуға ла әгәр тыуған көнө 15-енә тура килһә, беренсе һәм һуңғы айҙарҙа пособиеның яртыһы ғына түләнәсәк.

l Ғаризаны тиҙ һәм кисекмәҫтән биреүҙә ихтыяж юҡ. Быны 2021 йылдың 31 декабренә тиклем эшләргә мөмкин.

l Документтарҙың берҙәм исемлеге юҡ. Ул һәр ғаиләнең хәленә ҡарап төрлөсә булыуы ихтимал. Мәҫәлән, бәғзе ғаиләлә студент бар икән, ул саҡта стипендия тураһындағы белешмә талап ителәсәк. Кемдер көс структураларында хеҙмәт итә икән, өҫтәмә түләүҙәр тураһындағы ҡағыҙ мотлаҡ. Белгестәр, әгәр ниндәйҙер белешмәләр талап ителә икән, уларҙы ваҡытында социаль хеҙмәтләндереү йә Күп функциялы үҙәккә килтерергә кәрәк, ти. Юҡһа, бер белешмәнең етмәүе пособие биреү өсөн ҡаршылыҡ булыуы ихтимал. Ғөмүмән, һорауҙар булһа, “ҡыҙыу бәйләнеш”кә шылтыратып, аныҡ хәл буйынса мөмкинлектәрҙе белешергә мөмкин.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының “ҡыҙыу бәйләнеше”: 8 (347) 200-80-80.
Ул эш көндәрендә 8.30 – 17.30 сәғәттәрҙә эшләй.

Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
фото Даирә
Читайте нас