Даирә
+20 °С
Облачно
Көнүҙәк
6 Апреля 2021, 09:07

Һеҙ йәшәгән ауылдарҙы һыу баҫыу ҡурҡынысы янамаймы?

Бөгөн район хакимиәте ҡаршыһындағы ташҡынға ҡаршы комиссия Бельский ауылы эргәһендә Ағиҙел йылғаһының торошон тикшерҙе. Комиссия составында 81-се дәүләт янғынға ҡаршы хеҙмәт начальнигы Илдус Хәмитов, район хакимиәтенең ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм гражданлыҡ оборонаһы буйынса баш белгес Айҙар Мөхәмәтйәнов ҡатнашты.

Әлегә йылға тыныс, ҡапыл ғына иретеп, һыу кимәле тиҙ генә күтәрелеү ихтималлығы ла бар. Шуға күрә көн аралаш һыу мониторингын күҙәтеп торасаҡбыҙ, - тине улар.
Ә һеҙ йәшәгән ауылдарҙы һыу баҫыу ҡурҡынысы янамаймы? Ташҡынға ҡаршы әҙерлек күреләме?
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.
Читайте нас