Даирә
+20 °С
Облачно
Көнүҙәк
2 Апреля 2021, 07:03

Төшкө ашығыҙ әҙерме әле?

Төшкө ашҡа нимә бешерергә уйлайһығыҙ. Һеҙгә тиҙ генә әҙерләнә торған ит бәлешенең рецебын тәҡдим итәбеҙ. Ҡамыр әҙерләүгә 10 минут та етә. Уның төп өҫтөнлөгө – ҡамыр кефир менән әҙерләнә һәм өйҙә булған продукттар ғына кәрәк.

Ҡамырға: 2 йомортҡа, 0,5 сәй ҡалағы тоҙ, 1 ст он, 1 ст кефир, 1 сәй ҡалағы сода.
Эслек өсөн: 300 гр фарш, 2-3 һуған (туралған), тоҙ, борос самалап.
Кефирҙы сода менән туғып 5 минутҡа ҡуйып торабыҙ. Артабан башҡа продукттарҙы ҡушып ныҡ ҡына туғып, бутҡалай ҡамыр әҙерләйбеҙ. Форманы майлап ҡамырҙың ярты өлөшөн ағыҙабыҙ. Һуған, тоҙ, борос ҡушылған сей фаршты ҡамыр өҫтөнә һалып сығырға. Ҡамырҙың икенсе өлөшөн өҫтөнә ағыҙырға онотмайбыҙ. Духовкала 170 градуста 40 минут тирәһе бешә.
Гөлсәсәк Аласова.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас