Даирә
+22 °С
Ясно
Көнүҙәк
30 Марта 2021, 09:19

Тағы вакцинациялау пункттары асыласаҡ

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә һәр ваҡыттағыса коронавирус менән көрәш мәсьәләһенә ҙур иғтибар бирелде. Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һуңғы һандар менән таныштырҙы.

Башҡортостанда 32252 кешегә коронавирус диагнозы ҡуйылған. Һуңғы тәүлектә – 108 осраҡ. 242 пациент дауаханала ята, биш кеше ауыр хәлдә. Амбулатор ярҙамды 4372 кеше ала.
Республика дауаханаларында коронавирус менән сирләгәндәр өсөн урындар һанын ҡыҫҡартыу дауам итә. Бөгөнгә ҡарата 1968 урын бар, уларҙың 84 проценты тулы.
Максим Забелин был мәкерле сирҙән вакцинациялау барышы тураһында ла һөйләне. Һандар шундай: республикала 95 мең кешегә прививканың ике компоненты ла һалынған. 132 мең кешегә беренсе компонент яһалған.
Башҡортостанда 134 стационар һәм биш мобиль вакцинациялау пункты эшләй. Уларҙың дүртәүһе Өфөлә – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында, “Мега”, Планета”, сауҙа үҙәктәрендә, “Башҡортостан” лайфстал үҙәгендә һәм Стәрлетамаҡта “СитиМолл” сауҙа үҙәгендә.
– Тағы бер нисә мобиль пункт асыу мәсьәләһе ҡарала. Әлеге ваҡытта мобиль пункттарҙа ике мең самаһы кешегә прививка яһалды, - тине Максим Забелин.

Фото: mgazeta.com
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас