Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә бер минутлыҡ тынлыҡ менән башланды. Хөкүмәт ағзалары ял көнө вафат булған 33 йәшлек Асҡын районы хакимиәте башлығы Ришат Дихинды иҫкә алды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кисә уны ерләгәнде һөйләне.
– Уға ни бары 33 йәш ине. Беҙҙең менән бергә ике йыл эшләп өлгөрҙө. Бик энергиялы, дәртле кеше булды, – тине Радий Хәбиров. – Ришат Марат улы коронавирус менән йыл башында бик ауыр итеп сирләгәйне, аҙаҡ һауыҡты. Тик бына йәнә сирҙең эҙемтәләре үҙен күрһәтте.
Радий Фәрит улы белдереүенсә, ошо ваҡыт эсендә Башҡортостан коронавирустан үҙенең икенсе хакимиәт башлығын юғалтты.
– Шуға күрә, коллегалар, бөтәгеҙгә лә кәңәшем бер: вакцина яһатырға кәрәк. Әлеге ваҡытта һаман байтаҡ хеҙмәттәштәребеҙ сирләй. Һәм үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, – тине ул.
Икенсе мәсьәлә итеп республика етәксеһе Асҡын районы хакимиәте етәксеһе вазифаһына яңы кеше табырға ҡушты. Район Советы кандидатуралар ҡарарға һәм тәҡдим итергә тейеш.
- Кисә уны ерләргә райондарынан бик күп кеше килде, был уны яратыу һәм хөрмәт итеү тураһында һөйләй. Яңы кеше лә лайыҡлы, эшләрлек булһын, – тине Радий Хәбиров.
Шулай уҡ Ришат Марат улының ҡатыны, ике балаһы һәм өлкән йәштәге ата-әсәһе ҡалған. Радий Хәбиров үҙенең хакимиәтенә ғаиләгә ярҙам йәһәтенән мөмкин булғандың барыһын да эшләргә ҡушты.
Кисә Асҡын районында булғандан һуң, Радий Хәбиров эш мәсьәләһен дә күтәрҙе. Уның белдереүенсә, Асҡындағы Мәҙәниәт һарайы быйыл йәйгә Бөтә донъя фольклориадаһына тиклем ремонтланып бөтөргә тейеш.
– Был Мәҙәниәт һарайы оҙайлы ваҡыт эшһеҙ торҙо. Дөйөм көс менән ремонттың төп өлөшөн башҡарҙыҡ, тик уны тамамлау өсөн аҡса етеңкерәмәне. Сәхнә өлөшөн ремонтларға һәм ҡорамалдар кәрәк. Фольклориада ваҡытында Асҡын районы байрамды үткәреү майҙандарының береһе буласаҡ. Шуға күрә ваҡытында тамамлағыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева