- Эште бала биләүҙә ятҡанда уҡ башларға кәрәк. Был эш ғаиләлә ата-әсәнең башҡортса аралашыуынан ғибәрәт булырға тейеш. Шул саҡта бала туған тел мөхитендә әсә телен яратып үҫәсәк. Шунан инде башҡортса йәнһүрәттәр, башҡортса йолалар күрһәтеү, башҡорт балалар баҡсалары асыу, мәктәптә башҡортса уҡытыу буйынса дәүләт ярҙамы кәрәк. Республиканың икенсе дәүләт теле булараҡ, ярҙам етди булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына телде һаҡлап алып ҡала аласаҡбыҙ. Балаларҙы өйҙә туған телгә өйрәтеүен өйрәтербеҙ ҙә ул, әммә өйҙән ситтәге мөхиттә ул барыбер башҡаларға эйәрәсәк бит. Шуға, беҙгә йәмғиәттә телгә һөйөү уятырға кәрәк. Башҡорттар үҙ телендә ғорурланып, рәхәтләнеп һөйләшерлек булһын. Ә бөгөн беҙҙең быға бар хоҡуҡтарыбыҙ ҙа бар.
Беҙҙең маҡсат – ата-әсәләр менән эш алып барыу. Был йүнәлештә конференцияларҙа ҡатнашабыҙ, райондарҙа йыйылыштар үткәрәбеҙ, - тип сараны асты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендә Республика ата-әсәләр комитеты рәйесе Эльвира Байназарова.
Йыйылышта ил инәһе - башҡорт журналисы, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаеваның, филология фәндәре докторы, БДУ профессоры Ғ.С.Ҡунафиндың, шағирә, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре, «Аҡбуҙат» балалар журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллинаның башҡорт телен һаҡлап ҡалыу мөһимлеге тураһында тос һәм фәһемле фекерҙәре тыңланды.
“Баланың теле әсә телендә асылырға тейеш. Үҫә килә, ул нәфис әҙәбиәт менән байытылһа, тағы ла яҡшыраҡ, сөнки өйҙә һөйләшеү генә бик ярлы телмәргә килтерә. Моңһоҙ йыр тыңлаған кеүек була. Ә бит телебеҙ иҫ киткес бай һәм татлы”, - тип һөйләне Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы.
- “Аҡбуҙат” журналы төҫлө фотоһүрәттәр, шиғырҙар, әкиәттәр, төрлө ижади конкурстар ярҙамында кесе йәштәге балаларға әсә телен өйрәтеүҙә ҙур ярҙам булып тора. Был баҫманы алдырған ғаиләлә бала милли колорит һалынған һүрәттәрҙе ҡарап, үҙ телендәге әкиәттәрҙе, шиғыр-хикәйәләрҙе тыңлап үҫә. Беҙ балала милли рух тәрбиәләү маҡсатында, төрлө конкурстар, бәйгеләр иғлан итеп, бүләккә башҡорт телендәге планшеттар, заманса уйынсыҡтар, милли кейемдәге башҡортса һөйләшкән ҡурсаҡтар бирәбеҙ. Бигерәк тә аудио-видеояҙмалар аша балаларҙың телде нисек белеүҙәре күренә. Беҙҙең журналды республикала ғына түгел, Һарытау, Силәбе, Пермь өлкәләрендә лә алдыралар, - тине үҙ сығышында Лариса Хашим ҡыҙы.
Шулай уҡ сарала башҡорт телен өйрәнеүгә ҡағылған етди һорауҙар ҡаралды, һәр районда туған телебеҙҙе уҡытыуҙың барышы, һөҙөмтәләре тураһында һүҙ барҙы.
Мөҡсин ауылынан дүрт бала әсәһе Ралина Ғәлиева ауылда башҡорт телендәге балалар баҡсаһы кәрәк, тигән фекерен белдерҙе. Балаларыбыҙға матур мосолман исемдәрен ҡуштырҙыҡ. Уларҙың исеме есемдәренә тура килһен өсөн әсә телен онотоуҙарын теләмәйбеҙ. Ҡыҙым да, улым да төрлө конкурстарҙа ҡатнашалар, беҙ уларҙы хуплайбыҙ, ярҙам итәбеҙ, тине.
Ефремкино мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Юлдашбаева һәм Ҡырмыҫҡалы ауылынан күп бала әсәһе Луиза Рәхмәтуллина район үҙәгендә башҡорт гимназияһы асырға кәрәклеге тураһында һүҙ ҡуҙғатты.
Эйе, ата-әсәләрҙең туған телебеҙгә булған мөнәсәбәтенән бик күп нимә тора. Башҡорт рухлы ололар телебеҙ яҡлы, уның киләсәгенә битараф түгел икән, тимәк уларҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре лә ошо рухты дауам итәсәк. Шуға күрә бөгөн ошондай әһәмиәтле саралар уҙғарылыуы бик урынлы һәм кәрәкле.
Гөлсәсәк Аласова.