Балаларҙың юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәүенең фажиғәле тамамланыуы бик ихтимал. Каникул ваҡыттарында был мәсьәлә айырыуса көнүҙәккә әйләнә, сөнки күп осраҡта балалар ҡарауһыҙ ҡалалар, уларҙың буш ваҡыттары күп була.
Ошо хәүефте кәметеү маҡсатында 17 марттан райондың дәүләт автоинспекцияһы мәғариф ойошмаһы менән берлектә “Иғтибар, балалар!” тигән иҫкәртеү акцияһы ойоштора. Сара барышында балаларҙы автобустарҙа ташыуға ныҡлы иғтибар бүленәсәк, балалар күп йыйылған урындар тикшереләсәк. Шулай уҡ инспекторҙар юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса төрлө конкурстар ойошторасаҡ.
Артур МЫРҘАБАЕВ.