Даирә
+23 °С
Ясно
Көнүҙәк
12 Марта 2021, 07:26

113 объектта эш башҡарыла

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыу йомғаҡтары буйынса 2020 йылда Башҡортостанда 374,6 километр юл төҙөкләндерелгән, капиталь ремонттан һуң 12,3 километр юл сафҡа индерелгән.

Эш Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Өфө, Ишембай, Стәрлетамаҡ райондарындағы 273 объектта, шул иҫәптән Өфө һәм Стәрлетамаҡ агломерацияларындағы 137 участкала барҙы. Унда 171,8 километр юл тәртипкә килтерелде.
Өфөлә дөйөм оҙонлоғо 20,9 километрлыҡ 22 объект яңыртылды. Бынан тыш, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә айырым иғтибар бирелде. Төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге трассаларҙа 23 яңы светофор, 248 иҫкәртеү билдәһе барлыҡҡа килде.
Былтыр милли проектты тормошҡа ашырыуға ете миллиард һум аҡса йүәнлтелде, шуның 2,6 миллиард һумы – федераль ҡаҙнанан.быйыл Башҡортостанда милли проект нигеҙендә 113 объектта эш башҡарыла.



#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru
Автор: Лилия Давлетбакова.
Читайте нас