Оҙайлы ҡыштан һуң яҙҙың килеүе, ҡояш нурҙарының битте иркәләй башлауы менән, кешелә авитаминоз билдәләре күренә башлауы бар. Өҫтәүенә, был осорҙа организмдың һаҡланыу функциялары ла кәмеүсән.
Витамин етешмәү билдәләре:
* физик йәки аҡыл эшмәкәрлегенән һуң тиҙ арыу;
* тәндең көсһөҙләнеүен тойоу;
* йыш сирләү;
* кәйефтең тиҙ төшөүе, депрессия;
* хроник сирҙәрҙең аҙыуы;
* ауырығандан һуң оҙаҡ һауығыу;
* сәстең ҡойолоуы, тырнаҡтың һыныуы һәм әкрен үҫеүе;
* тыныс йоҡлай алмау;
* аппетиттың насар булыуы, айырым бер аҙыҡты ашарға теләү;
* баш әйләнеүе, тиренең ҡороуы һәм башҡалар.
Кеше сәләмәтлегенең уның күпме ҡояш энергияһын алыуына бәйле икәнлеген дә онотмайыҡ. Ә ҡышын, бигерәк тә һалҡындарҙа ул беҙгә етмәй. Өҫтәүенә, көндәрҙең һалҡын тороуы, аҙ хәрәкәтләнеү, витаминдарға бай емеш-еләк, аҙыҡ-түлек менән даими туҡланмау авитаминозды барлыҡҡа килтерә. Һөҙөмтәлә организмда матдәләр алмашыныуы әкренәйә, иммунитеты көсһөҙәйә, нервы системаһы эшмәкәрлеге боҙола.
Белгестәр әйтеүенсә, был осраҡта туҡланыу режимына иғтибар итеү зарур, сөнки тап аҙыҡ-түлектән организм үҙенә кәрәкле витаминдарҙы һәм микроэлементтарҙы ала. Йәшелсә-емеш, аҡһымға бай аҙыҡ-түлек ҡулланыу ыңғай йоғонто яһаясаҡ.
Тағы витаминдар эсергә лә кәңәш итәләр. Әммә уларҙы дауалаусы табип тәғәйенләргә тейеш икәнлеге хаҡында онотмайыҡ.
Яҙын ҡатын-ҡыҙҙар организмы бигерәк тә айырым тәрбиәгә мохтаж. Юғиһә витаминдар етешмәүе сәс, тырнаҡтар, тән тиреһе торошонда сағылыш табасаҡ.
Мәҫәлән, В1 витаминын эсеү организмдағы матдәләр алмашыныуына ыңғай йоғонто яһай, нервы системаһы һәм тире торошон яҡшыртасаҡ, эшсәнлекте арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Ә бына В2 витаминын “йәшлек витамины” тип тә йөрөтәләр, сөнки ул коллаген синтезына ыңғай булышлыҡ итә. Ул, белеүебеҙсә, һырҙарҙы булдырмау өсөн яҡшы.
А витамины ла йәшлекте һәм матурлыҡты мөмкин тиклем оҙағыраҡ һаҡлау өсөн кәрәк. Өҫтәүенә, ул ҡоро тирене дымландыра, коллагендың барлыҡҡа килеүен тиҙләтә.
D витамины – кальциферол – тәндә ҡояш нурҙары ярҙамында барлыҡҡа килә. Тағы кальцийҙың да организм өсөн файҙалы икәнлеге хаҡында онотмайыҡ. Уның һөт аҙыҡтарында күп икәнлеген бик яҡшы беләбеҙ. Ә бына Е витамины организмды таҙартыу, дөйөм иммунитетты нығытыу көсөнә эйә. Цитрус емештәрҙә күп булған С витамины иһә организмдың төрлө сирҙәргә ҡаршы тороуын арттыра.
Шулай итеп, гүзәл заттар, сәләмәтлегебеҙ хаҡында даими хәстәрлек күрәйек һәм ошо сихри яҙҙың хозурлығына ҡыуанып, кинәнеп йәшәйек. 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн яҡшы кәйефтә ҡаршылайыҡ һәм һау булайыҡ!
Фото:
somanyhorses.ru