Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
25 Февраль 2021, 18:06

Африка чумаһы йәнә баш ҡалҡыта

РФ Ауыл хужалығы министрлығының мәғлүмәттәренә ярашлы, уҙған йыл аҙағында Рәсәй Федерацияһының 25 субъектында сусҡаларҙың африка чумаһы, шул иҫәптән Һамар өлкәһендә 139 осраҡ теркәлде.

Инфекция сығанаҡтары: ин­фекция йоҡторған хайуандар, ауы­рыу хайуандарҙың бүлен­дектәре менән зарарланған аҙыҡ, көтөү­лектәр, транспорт саралары. Ви­рус­ты таратыусылар: ауырыу йәки үле сусҡа менән контактта булған ҡоштар, кешеләр, йорт һәм ҡыр хайуандары, кимереүселәр, тире паразиттары. Чуманың инкубация осоро 2-9 тәүлеккә һуҙылырға мөмкин. Ул йәшен тиҙлегендәге, киҫкен һәм һирәк осраҡта хроник төрҙәргә бүленә. Беренсе осраҡта хайуандар ауырыу билдәләренән башҡа бик тиҙ үләләр. Киҫкен булғанда – малдың тән температураһы 40,5-42 гра­дусҡа етә, тыны ҡыҫыла, йүткерә, ҡоҫа, артҡы аяҡтары параличлана. Танау һәм күҙҙәренән лайлалы-үлекле бүлендектәр, ҡайһы саҡ ҡанлы эс китеү, йышыраҡ эс ҡатыу күҙәтелә. Ауырыу хайуандар күберәк ятып торалар, ауыр тороп йөрөйҙәр, тиҙ арыйҙар. Артҡы аяҡтарының хәлһеҙлеге һиҙелә, баштары һалынған, ҡойроҡтары һуҙылған, һыуһауҙары күҙәтелә. Боттарының эсе яҡтарында ҡорһаҡта, муйында, ҡолаҡ төптәрендә ҡыҙыл шәмәхә төҫөндәге таптар күренә. Ауырыу сусҡаларҙың араһында үлем 50-100 процентҡа етә. Иҫән ҡалғандары ғүмерлек вирус йөрөтөүселәр була.
Әлеге йоғошло ауырыу сыҡ­ҡан урын йәки районда кисекмәҫтән карантин иғлан ителә. Африка чумаһын йоҡ­торған хайуанды дауалау тыйыла. Сусҡаларҙы ҡан сығармайынса юҡ итәләр, үләкһәләрен, тиреҫте, аҙыҡ ҡалдыҡтарын һәм ҡиммәтле булмаған инвентарҙы яндыралар йәки ике метрҙан да кәм булмаған тәрәнлеккә күмәләр. Бинала, утарҙа өс тапҡыр дезинфекция, шулай уҡ дезинсекция һәм дератизация үткәрәләр.
Сусҡаларҙы был урында үрсетеү, карантин бөткәндән башлап, бер йылдан һуң ғына мөмкин. Улай ҙа ветеринария-санитария саралары сифатлы итеп үткәрелгән саҡта ғына. Рәсәй эпизоотик хәл көсөргәнешле булып ҡала, шуға күрә түбәндәге сараларҙы күреү тәҡдим ителә:
- сусҡасылыҡ булған хужалыҡ етәкселәренә был тармаҡты “ябыҡ эш режимына күсерергә;
- шәхси ярҙамсыл хужалыҡ эйәләренә сусҡаларын сығарып йөрөтмәҫкә;
- сусҡаларҙы башҡа хайуандар янына яҡын килтермәҫкә, сит кешеләрҙе индермәҫкә;
- аҙыҡты африка чумаһы кү­ҙәтелгән төбәктәрҙән алмаҫҡа;
- хайуандарға аҙыҡ ҡалдыҡ­та­рын 70 градусҡа тиклем йы­лытҡандан һуң ғына бирергә, һуғым ҡалдыҡтарын ашатмаҫҡа;
- һәр декада һайын сусҡалар аҫралыусы бинаны ҡан эскес бөжәктәргә ҡаршы эшкәртергә, кимереүселәргә ҡаршы даими көрәш алып барырға;
- дәүләт ветеринария хеҙмәте менән килешмәйенсә ситтән сусҡалар алып ҡайтмаҫҡа, сусҡа­ларҙы ветеринар тикше­реүгә, вакцинациялауға һәм ве­тери­нария белгестәре тарафынан башҡа эшкәр­теүҙәргә килтерергә;
- сусҡаларҙың ауырып китеүен һиҙгән осраҡта кисекмәҫтән ветеринария хеҙмәте белгес­тәренә хәбәр итергә, сусҡаларҙы айырым ябып ҡуйырға, һуғымды һәм бар­лыҡ төр хайуандарҙы (ҡош­тарҙы ла индереп һәм уларҙың һуғым продуктарын (ит, сусҡа майы, тире, ҡаурый, мамыҡ һәм башҡа) һатыуҙы туҡтатырға.
Ғәлинур ҠУНАҠАЕВ, район ветеринария станцияһы начальнигы.
Читайте нас: