Был сикләү 24 февраль иртәнге сәғәт 9-ға тиклем (урындағы ваҡыт) көсөндә ҡала.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн республиканың күп райондарында буран ҡотора, юлдарҙа - һырынты, күреү мөмкинлеге лә насар.
Хәбәр итеүҙәренсә, ошо хәл-торошҡа бәйле, Сибай ҡалаһында, Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының өс янғын-ҡотҡарыу оператив төркөмө эшләй. Йылыныу өсөн 18 стационар пункт ойошторолған. Егерме кеше һыйҙырышлы мобиль йылыныу пункты ла эшләй.
Автомобиль юлдарын таҙартыуға 48 кеше һәм 48 берәмек техника йәлеп ителгән. Сикләү ҡағиҙәләре үтәлешен ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре күҙәтә. Шулай уҡ Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигының беренсе урынбаҫары Эдуард Иҙрисов етәкселегендә оператив штаб эшләй.
Ведомство иҫкәртә: мохтажлыҡ булмаһа, юлға сығыуҙан ҡырҡа тыйылығыҙ.