Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
16 Февраль 2021, 16:15

“Ҡышҡы Шайморатов уйындары” уҙғарыла

16 – 18 февралдә Өфөләге күп профилле полилингваль мәктәптәрҙә, шулай уҡ Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кубокка “Ҡышҡы Шайморатов уйындары” уҙғарыла. Мәктәп-ара спорт-ватансылыҡ сараһы Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнала.

Республика Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уйындар өс этапта үткәрелә.
Бөгөн, 16 февралдә, 162-се “Смарт” күп профилле полилингваль мәктәбендә уйындарҙы асыу тантанаһы була. 17 февралдә шайморатовсылар 44-се полилингваль мәктәптәге интеллектуаль квеста ҡатнаша. Балалар Бөйөк Ватан һуғышы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тарихы буйынса белемен һынап ҡарай, киң билдәле цитаталары буйынса бөйөк полководецтарҙы асыҡлаясаҡ.
18 февралдә командалар Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының “Шоңҡар” спорт комплексында осраша. Унда спорт ярыштары ойошторола.
Әйткәндәй, һәр этап башланыр алдынан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби байрағы күсермәһе уйындарҙы үткәргән мәктәп командаһына тапшырыла.
Еңеүселәр Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге күсмә кубок менән бүләкләнә. Айырыуса әүҙем ҡатнашҡандарға Мәғариф һәм фән минисирлығының иҫтәлекле бүләктәре тапшырыла.


Фото: bashinform.ru


Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: