Мәҫәлән, Өфөлә ҡулаҡса йәки банк картаһы менән иҫәпләшкәндә -29 һум (экспресс режимы – 35 һум), “Алға” картаһы менән иҫәпләшкәндә 23 һум (экспресс режимы – 28 һум) түләргә тура киләсәк. Бынан тыш, Бөрө, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Учалы, Салауат ҡалаларында һәм Асҡын, Ҡариҙел ауылдарында йәмәғәт транспортында юл йөрөү хаҡтары арта.