Башта итте йыуып киҫәктәргә бүлгеләйбеҙ. Тоҙлап, борослап һәйбәтләп бутайбыҙ. Банкаларҙы стирелләп уның төбөнә бер-ике лавр япрағы, бөртөклө борос, артабан итте һалабыҙ. Итте тығыҙ итеп, тултырғансы һалырға кәрәкмәй. Стирелләнгән ҡапҡастарҙы банкаларға ябып һалҡын мейескә ҡуябыҙ ҙа, мейесте 250 градусҡа ҡуябыҙ. Ит ҡайнап сыҡҡас 150 градусҡа кәметәбеҙ. Өс сәғәт быҡтырабыҙ.
Шунан майҙы табала иретеп банкалағы тушенкаға ҡоябыҙ ҙа тимер ҡапҡасын ныҡ итеп бороп ябабыҙ. Банкаларҙы әйләндереп ҡуябыҙ. Һыуығас һуты банканың аҫҡы өлөшөшендә, ә майы өҫтә була. Әҙер тушенкаларҙы комната температураһында һаҡларға мөмкин.