Даирә
-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
6 Февраль 2021, 19:33

Табылған ул, тик

Стәрлетамаҡ ҡалаһында ташландыҡ ҡоҙоҡта ярты йыл элек эҙһеҙ юғалған 52 йәшлек эшҡыуар ҡатындың

мәйете табыла.
БР Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, былтыр август айында ҡатындың юғалыуы тураһында ағаһы хәбәр итә.
Тикшереүҙәр асыҡлауынса, ҡатын яңғыҙы йәшәгән була. Юғалырҙан бер көн алда ул танышына икенсе төбәккә ял итергә китеүе тураһында белдереп хат яҙа.
Тәфтишселәр ҡатындың йәшәйешен, социаль селтәрҙәрҙә аралашыу стилен анализлап, уның ағаһын иҫкәртмәй, икенсе төбәккә китеүе мөмкин түгеллеген иҫбат итәләр һәм эшҡыуарҙың юғалыуы криминал менән бәйле, тигән һығымтаға киләләр.
Оператив-эҙләү саралары барышында түбәндәгеләр асыҡлана: 39 йәшлек ир эшҡыуар ҡатынға һатыуға сығарыу өсөн кейем-һалым партияһы килтерергә тейеш була. Ир тауарҙы килтерә, әммә ҡатынды хаҡы ҡәнәғәтләндермәй һәм ул килешеүҙән баш тарта.
Улар араһында низағ ҡуба. Ир ҡатынды һығып үлтерә лә, алтын биҙәүестәрен сисеп алып, мәйетте ҡала ситендәге баҡса участогына алып бара. Скотч, бау менән уратып бәйләп, сүп-сар тоҡсайына төргәс, мәйетте ҡоҙоҡҡа ырғыта.
Һуңынан, тәфтишселәрҙе дөрөҫ йүнәлештән яҙлыҡтырыу маҡсатында, үлгән ҡатын исеменән уның әхирәтенә хат яҙа.
Ҡот-осҡос ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, ғәйепләнеүсе ҡулға алынған.
Фото: БР Эске эштәр министрлығынан.
Автор: Римма Султанова
Читайте нас в