Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
4 Февраль 2021, 17:10

Гәзит-журналдарға алдан яҙылыу башланды!

Рәсәй Почтаһы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда гәзит һәм журналдарға алдан яҙылыу кампанияһы башланды.

Яратҡан баҫмағыҙға икенсе ярты йыллыҡ өсөн элекке хаҡтар буйынса 31 мартҡа тиклем яҙылырға мөмкин. Акцияла 1,2 меңдән ашыу баҫма ҡатнаша. Уларҙың 140-тан ашыуы Башҡортостанда нәшер ителгән республика, район һәм ҡала гәзит-журналдары. 360-ы федераль, ҡалғандары башҡа төбәктәрҙә нәшер ителгәндәр.

Гәзиткә podpiska.pochta.ru сайтында, Рәсәй Почтаһының мобиль ҡушымтаһында, шулай уҡ барлыҡ почта бүлексәләрендә ҡағыҙ каталог аша һәм почтальон аша өйҙә яҙылырға була.

Яратҡан баҫмаларығыҙ менән бергә булығыҙ, дуҫтар!

Фото: "Торатау" гәзите.
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас: