Даирә
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
1 Февраль 2021, 15:37

Республикала инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ерҙе рәсмиләштереү ябайлаштырыла

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары тәүге уҡыуҙа инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең ер алыу өсөн документтарын рәсмиләштереүҙе ябайлаштырыу тураһында закон ҡабул итте.

Халыҡ һайланыусылары тейешле белешмәләр йыйыуҙы компетентлы органдарға тапшырырға йыйына.
«Участка алыу өсөн инвалидлыҡ тураһында документтарҙы ата-әсәләр үҙҙәре йыйырға тейеш. Аңлашыла, был ваҡыт, көс һәм аҡса талап итә. Даими иғтибарға һәм тәрбиәгә мохтаж инвалид бала ҡараған кешеләрҙән быны талап итеү дөрөҫ түгел. Бюрократик ҡатмарлыҡтарға бәйле граждандарға участка алыу ҡыйынлаша», — тип иҫәпләй Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.
Башҡортостан парламенты спикеры билдәләүенсә, ер биргән органдарға, ведомство-ара үҙ-ара эш итеү барышында, документтар йыйыу тиҙерәк һәм еңелерәк, шуға күрә был участканы рәсмиләштереүҙе тиҙләтергә тейеш.
Фото: Ксения Калинина
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: