Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
29 Ғинуар 2021, 10:56

Бөтә пенсионерҙар өсөн дә яңылыҡ бар

Тәүгеһе яңы һалымға ҡағыла.

Быйыл банк карталарына күсерелгән пенсия түләүҙәре шарттары үҙгәрә, тип хәбәр итте юрист Ирина Сивакова PRIMPRESS агентлығына биргән интервьюһында. Бөтә пенсионерҙарҙы ла үҙгәрештәр көтә.
Тәүгеһе яңы һалымға ҡағыла, ул банк вкладтары буйынса проценттарға һалым һалыуҙы күҙ уңында тота. Әгәр депозит вкладтарҙағы пенсиялар буйынса иҫәпләнгән проценттар суммаһы йылына 42,5 мең һумдан артһа, пенсионерҙарға 13 процент күләмендә һалым түләргә тура киләсәк. Был осраҡта һалым органдары вклад хужаһына хәбәр итәсәк. Килем күрһәтелгән сумманан кәм булған осраҡта һалым һалынмай.
Икенсе яңылыҡ кредиттар буйынса бурысы булған пенсионерҙарға ҡағыла. Бурыстары 1 миллион һумдан артмаған пенсионерҙар өсөн ошо йылдың 1 майына тиклем түләүҙе кисектерәләр. Әгәр ҙә өлкән кешенең килеме ике МРОТ-тан (хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме) артмаһа, ул бурысын түләүҙе 24 айға тиклем кисектерә ала.
Әлеге ваҡытта законға ярашлы, пенсия түләүҙәрен алты ай дауамында алмаған осраҡта түләүҙәрҙе туҡтатыу ҡаралған. Хәҙер был срок бер йылға тиклем оҙайтылды. Банк карталарынан файҙаланғандарға был норма ҡағылмай, сөнки карта иҫәбенә күсерелгән мәлдән пенсия алынған тип иҫәпләнә.
Дүртенсе үҙгәреш – “Мир” түләү системаһына күсеү. 2021 йылдың 1 июленән бөтә социаль түләүҙәр , шул иҫәптән пенсия ла, “Мир” картаһына күсерелә.
Фото:BashNews.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: