Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
27 Ғинуар 2021, 16:35

Өйҙә дауаланғандарға дарыуҙар бушлай

Башҡортостанға Рәсәй резерв фондынан коронавирус сирен йоҡторғандарҙы түләүһеҙ дарыуҙар менән тәьмин итеү өсөн 66,9 миллион һум аҡса бүленгән. Средстволарҙы төбәктәргә бүлеү тураһындағы ҡарарға Хөкүмәт етәксеһе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған. Был маҡсатҡа илдә бөтәһе 2,7 миллиард һум аҡса тотоноласаҡ.

Һүҙ бында амбулатор шарттарҙа медицина ярҙамын алған пациенттар тураһында бара. Сирҙең ауыр үтеүен иҫкәртеү өсөн һәм өҙлөгөүҙәргә юл ҡуймау маҡсатында уларға дауалауҙың ҡатнаш схемаларын билдәләйҙәр. Дарыуҙар исемлеге ҡәтғи билдәләнгән һәм федераль кимәлдә раҫланған. Исемлеккә антибиотиктар, вирусҡа ҡаршы, температураны төшөрөүсе препараттар һәм башҡа дарыуҙар индерелгән.
Фото:Discover24.ru
Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас: