Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
25 Ғинуар 2021, 15:13

Берҙәм тырышлыҡ менән

Тыуған ауыл һәр кем өсөн изге, ҡәҙерле. Уның яҙмышы, киләсәге яҡты булһын өсөн халыҡ тырышып хеҙмәт итә, матур итеп донъя көтә. Әүҙем кешеләр бергә йыйылышып, ауыл яҙмышына бәйле проблемаларҙы ла хәл итәләр. Бынан тыш, бына нисә йыл инде республикала эшләп килгән урындағы инициативаларҙы хуплау программаһында ҡатнашыуҙарын белдереп, көнүҙәк проблемаларҙы бергәләп хәл итергә тырышалар.

Был программа ауыл биләмәләрендә күп эштәрҙе башҡарыуға ярҙам булып тора. Ҡарлыман ауыл Советы ауыл биләмә­һе­нең Урал ауылы халҡы ла унда ҡатнашырға теләк белдерҙе. Тәғәйен­ләнгән ваҡытҡа ауыл тормошона бита­раф булмағандар Спирт заводы алдына йыйылды.
Ҡарлыман ауыл Советы ауыл билә­мәһе башлығы Азат Әхмәтйәнов сараны асып, халыҡты сәләмләне һәм ентекле итеп программаның мөмкинлектәре һәм шарттары менән таныштырып үтте.
- Әлбиттә, проблемалар күп. Был проект мәсьәләләрҙе асыҡлап, уларҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән. Программала ҡатнашып, талап ителгән сумманың күп өлөшөн республика бюджетынан алыу мөмкинлеге лә бар. Ләкин бөтә проекттар ҙа еңеү яулай алмай. Шунлыҡтан республика ҡаҙна­һынан аҡса алыу өсөн бында ҡатнашыуға етди ҡарарға кәрәк. Проблемаларҙы хәл итеүҙә һеҙҙең әүҙем булыуығыҙ мөһим, - тине Азат Марат улы.
Ауыл биләмәһе башлығының мәғлү­мәтен тыңлағандан һуң, ауыл халҡы бер тауыштан программала ҡатнашыу өсөн тауыш бирҙе. Артабан улар байтаҡ мәсьә­ләләрҙе уртаға һалып һөйләште, кәңәш­ләште. Фекер белдереүселәр тара­фынан урамдарҙы яҡтыртыу һәм балалар майҙан­сығын төҙөү кеүек тәҡдимдәр яңғыраны.
- Заманса спорт һәм балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөлһә, балаларыбыҙ ваҡыт­тарын файҙалы һәм матур итеп уҙғара аласаҡ,- ти ата-әсәләр.
Уртаҡ фекергә килгәндән һуң халыҡ берҙәм тауыш менән тренажерлы спорт һәм балалар майҙансығы булдырыу проекты өсөн тауыш бирҙе. Еңеп сыҡҡан осраҡта ха­лыҡтан аҡса йыйыу мәсьәләһе лә билдә­ләнде. Шулай итеп, дөйөм сум­маның 3 процентын ауыл халҡы йыясаҡ. Проектты әҙерләү һәм уның үтәлешенә контроллек итеү өсөн ауыл активистары араһынан 5 кешенән торған инициатива төркөмө тө­ҙөлдө. Был бурыс­тар Айгөл Дятленко, Ну­ри­дә Солтан­моратова, Галина Грачева, Флү­­рә Макаева, Рима Дятленкоға йөк­мәтелде.
Ураллылар аҡса артып ҡалған осраҡ­та урамдарҙы яҡтыртыуға ҡулланыуҙы килештеләр.
Район халҡы программала ҡатна­шыу­ға, аҡса йыйыуға аңлы һәм яуаплы мө­нәсәбәт күрһәтә. Халыҡтың әүҙем ҡат­нашлығында ғына барлыҡ уй-ниәттәрҙе бойомға ашы­рырға мөмкин. Һәр ауыл проек­тарының конкурсты уңышлы үтеүен теләп ҡалабыҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.
Читайте нас: