Даирә
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
17 Ғинуар 2021, 13:24

Иғтибар: М-5 трассаһында сикләү индерелде

Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 16 ғинуарҙа урындағы ваҡыт менән 19.30 сәғәттә федераль әһәмиәттәге М-5 “Урал” автомобиль юлының Ырымбур өлкәһе, Татарстан, Башҡортостан биләмәһендәге 1194+500 километрҙан 1363+000 километрға тиклемге участкаларҙа пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, йөк автомобилдәре өсөн юл ябыла.

Сәбәбе: насар һауа торошо – буран, көслө ҡар яуа, юлда күренеү сифаты насарайған.
Хәрәкәтте сикләү ваҡыты яҡынса 17 ғинуарға, төнгө сәғәт 2-гә тиклем (урындағы ваҡыт буйынса) көсөндә ҡаласаҡ.
Юлдарҙа ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда, “Урал буйы” юл идаралығының дежур-диспетчер хеҙмәтенә 8 (347) 286-07-18, 8-917-046-79-53 телефондары буйынса тәүлек әйләнәһенә шылтырата алаһығыҙ.
Оҙайлы юлға сыҡҡан кешеләрҙе иҫкәртәбеҙ: тиҙлекте арттырмағыҙ, хәүефһеҙ дистанция һаҡлағыҙ. Буран шарттары юлда күренеү сифатын ныҡ кәметә, шуға күрә башҡа машиналарҙы ҡыуып үтеү кеүек маневрҙар яһамағыҙ. Мохтажлыҡ булмағанда, өйҙә ҡалыу хәйерле.
Фото: БР ЮХХХДИ идаралығынан.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: