Даирә
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
13 Ғинуар 2021, 10:57

"Быға декабрҙә көндәрҙең һалҡынайыуы сәбәпсе"

Ниңә халыҡ йылылыҡ өсөн юғары хаҡ ҡуйылған квитанция алған? Был хаҡта Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа һөйләшеү булды.

Бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитеты ултырышында онлайн режимда депутаттар, чиновниктар быйылғы йыл башы өсөн ҡырҡыу темаларҙың береһе – йылылыҡ өсөн түләү хаҡында һөйләште.
Ниңә республикала йәшәгәндәр йылылыҡ өсөн хаҡ күтәрелгән квитанция алған? Һәр кемде борсоған ошо хәл хаҡында һүҙ булды.
Йылылыҡҡа хаҡтарҙың ниңә ҡапыл күтәрелеүенә Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев аңлатма бирҙе. Уның һүҙҙәренсә, был хәлгә былтыр декабрҙә көндәрҙең һалҡынайыуы сәбәпсе.
"Билдәле булыуынса, йылылыҡҡа хаҡ 42 процентҡа артырға тейеш ине. Бының 50-60 процентҡа етеү осраҡтарын айырым тикшерәсәкбеҙ. Республика Башлығы ҡушыуы буйынса ведомство-ара комиссия төҙөнөк, – тип белдерҙе Борис Беляев. – Әлегә бер нисә сәбәп асыҡланған. Беренсенән, ҡайһы бер осраҡтарҙа дөрөҫ булмаған иҫәптәр ебәрелгән. Ҡайҙалыр торлаҡ фонды инвентаризацияһы үткәрелгән һәм бәғзе майҙандар иҫәпкә алынмаған. Ә ҡайҙалыр кәрәгенән күберәк йылылыҡ сарыф ителгән".
Әлегә артыҡ түләнгән аҡсаны кире ҡайтарыу процедураһының эшләнмәгәнлеге хаҡында белдерҙе вице-премьер. Ҡайһы бер осраҡтарҙа иҫәп яңынан ҡуйыласаҡ. Өҫтәүенә йылылыҡ өсөн бер нисә ай ваҡлап түләү мөмкинлеген булдырыу ҡараласаҡ.
Әйткәндәй, былтыр октябрҙә “Өфөводоканал” муниципаль милектән республика милкенә күсерелгәйне. Ул хәҙер – Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ҡарамағында. 2020 йылда республиканың Контроль-иҫәп палатаһы тарафынан был предприятиены тикшереү барышында 8,2 миллиард һумға торошло хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланған. Уларҙың бер миллиард һумы – һатып алыуҙар, яҡынса дүрт миллиард һумы – инвестиция программаларын тормошҡа ашырыу, 1,5 миллиард һумы эш хаҡын түләү менән бәйле. Шулай итеп, тикшереүҙәр барышында вазифалы кешеләрҙең предприятие аҡсаһын күп күләмдә урлауы кеүек осраҡтар асыҡланған. Һөҙөмтәлә ике енәйәт эше асылған.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: