Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
4 Ғинуар 2021, 16:37

Иғтибар: көн боҙола!

Республиканың Юл хужалығы идаралығы водителдәрҙе тәбиғәт шарттарының боҙолоуы тураһында иҫкәртә. Алдағы көндәрҙә көндәрҙең болотло булыуы көтөлә. Бер аҙ ҡар яуыуы, урыны менән боҙлауыҡ барлыҡҡа килеүе ихтимал.

Юлдың ҡайһы бер участкаларында ҡар яуыуы һөҙөмтәһендә күреүсәнлек кәмеүе мөмкин. Шуға күрә водителдәрҙән ҙур иғттибарлыҡ талап ителә, юл йөрөү ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәргә кәрәк.
“Был көндәрҙә тораҡ сиктәренән алыҫ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итәбеҙ. Иғтибарлы булығыҙ, тиҙлек режимын һаҡлағыҙ, автомобилдәр араһында хәүефһеҙ дистанцияны тотоғоҙ, - тип иҫкәртә ЮХХДИ-ның Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов. - ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Өфө ҡалаһында, федераль һәм республика автомобиль юлдарында водителдәргә ярҙам итәсәк. Штаттан тыш хәлдәр тыуғанда, уларға мөрәжәғәт итегеҙ. Айырыуса проблемалы юл участкаларына иғтибарҙы арттырасаҡбыҙ”.
Водителдәр ошо телефондарға шылтырата ала: экстрен хеҙмәттәрҙе саҡыртыуҙың берҙәм телефоны – 112, диспетчерлыҡ пункты – 8-927-955-11-00.
Фото: 123ru.net
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: