Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
23 Декабрь 2020, 23:08

Ғинуарҙан 3-7 йәшлек балалар өсөн түләү үҙгәрә

Хөкүмәт вице-премьеры Ленара Иванова һүҙҙәре буйынса, сумма икеләтә артасаҡ.

Башҡортостанда 1 ғинуарҙан өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалар өсөн түләүҙең тәртибе үҙгәреүе көтөлә. Был хаҡта Business FM Өфө радиоһына Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы етәксеһе Ленара Иванова хәбәр итте.
Уның һүҙҙәре буйынса, бығаса йәшәү минимумының яртыһы түләнгән. Яңы йылдан был сумманы йәшәү минимумына – 10 070 һумға еткерергә ниәтләйҙәр.
Иванованың әйтеүенсә, түләү барыһына ла тәғәйенләнелмәй. Был аҡса коронавирус түләүҙәренән һуң да ярлылыҡтан сыҡмағандар өсөн йүнәлтелә. Быны аңлау өсөн ғаиләнең бер кешегә уртаса килем суммаһын иҫәпләп ҡарарға кәрәк – әгәр ҙә йәшәү минимумынан артмай икән, тимәк, түләү артынан мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Фото: Башинформ
Яңылыҡ авторы: Мәликә Әхтәмова
Читайте нас: